Йондоҙоң[1]

 

(Йыр)

 

Эй баҙлап яна йондоҙҙар

Ете төн уртаһында!..

Күк йөҙө – Йондоҙ диңгеҙе,

Һин – уның утрауында.

 

Эргәңдә йөҙә йондоҙҙар

Ярға һуғылып ҡына.

Йөрәктән яҡты бер һағыш

Сыға һыҙылып ҡына…

 

Яна йондоҙҙар,

Һәр кеше

Үҙ йондоҙон тапһын тип;

Тапҡаны тормош күгендә

Бәхет булып атһын тип.

 

Шул йондоҙҙар араһында

Һинең йондоҙ ҙа барҙыр.

Йондоҙоңдо табалмаһаң,

Хыял утыңды яндыр!

 

Йондоҙһоҙ ҡыйынға төшөр

Дөрөҫ, хаҡ юлды таныу.

Ысын дуҫтар табыу кеүек

Үҙ йондоҙоңдо табыу…

 

Хәбәр итеп алда булыр

Дуҫтарың тураһында,

Эй баҙлап яна йондоҙҙар

Ете төн уртаһында!..

 

[1] Тәлғәт Шәрипов музыкаһы.