Йыр ишеттек Һарц[1] тауҙарында,
Бында ғына йәшәй, имештер:
Тамаҡ төбө менән, һуҙып-көйләп,
Йырлағайны беҙгә немецтар.
Йодл — боронғо йыр.
Йотолмаған,
Быуындарҙан күскән, һаҡланған.
Ата-баба моңон — аманатын
Бик һирәктәр генә аҡлаған.
Беҙ йотлоғоп йодл тыңлағанда
Тынмаҫ күңел көттө, эҙләне
Һарц тауҙарында яңғырауын
Уралымдың башҡорт өзләүен.
Йодл – өзләү…
Ике халыҡ моңо.
Кәметәбеҙме ни талапты?
Күңеле – диңгеҙ,
Теле – даръя,
Шуға
Сикһеҙ, тәрән халыҡ таланты.
[1] Һарц — Германияның көньяғындағы тау теҙмәләре. Беҙгә уны Йөрәктау тип тәржемә иттеләр.