Назар Нәжмиҙең яҡты иҫтәлегенә
Китап алып сыҡтым уттан,
Ялҡын теле өтә ҡулды.
Келәттәге күпме китап
Утта ҡалып эште ҡылды!
Китаптарҙы ырғыталар,
Ҡар өҫтөндә таптар ҡала,
Эркелмәй ул, тик өйөлә
Ап-аҡ ҡарҙа... “Татар ҡаны”[1].
Янып бөтмәгән, өтөлгән,
Ялмауыҙ ут аяғанмы?
“Татар ҡаны” булғанғамы
Иҫән ҡалған маяғамы?
Назар ағай!
Китабың да
Янмай торған ҡандан кеүек —
Утта янмай, һыуҙа батмай
Яуҙан сыҡҡан һалдат кеүек!
Хоҙаның зәхмәтеме был? —
Әллә дауыл осҡон төрткән.
Хәсис әллә
“Татар ҡаны”
Яныр микән тиеп көткән?
Ашыҡмағыҙ! Көтмәгеҙ ҙә
Яныр тиеп “Татар ҡаны”!
Ысын шиғыр һәм йыр янмай —
Оҙара гел атыр таңы.
Шиғриәт ул — мәңге көрәш!
Шағир, шиғыр — бер үк ҡандан!
Китап янған... Әрней йәнем,
Хәс тә яуҙан сыҡан һалдат!
2001.
[1] Назар Нәжми. Татар каны. Уфа, “Мәгърифәт”, 1997.