(Йыр)
Сыңрай-сыңрай осоп бара
Торналар тубы.
Шул аһәң-моңдо оҙатам
Күңелем тулып…
Ергә килә, ерҙән китә
Ғүмер – йыр тубы.
Кешеләр ҡала оҙатып,
Күңеле тулып…
Быуат-быуат яңғырарҙай
Йыр туптары бар.
Уларға күңел күге ни?! –
Киң йыһан да тар…
Дуҫым!
Инде сыңрап оса
Беҙҙең йыр тубы.
Ул була алырмы икән
Быуыным моңо?
Яңғырармы ерҙә сыңы
Ваҡытты уҙып!..
Сыңрай-сыңрай күкте һыҙа
Торналар тубы…
Иҫкәртеүен, гүйә, яҙа
Йөрәккә уйып,
Йөрәккә уйып…
[1] Нур Дауытов музыкаһы.