Тарас менән Ҡарас
ҺҮҘ БАШЫ
Тарих мең дә һигеҙ йөҙ ҙә ҡырҡ етелә Ырымбур хәрби корпусының Орск крепосында сик хеҙмәтендә тороусы 5-се батальондың 3-сө ротаһының 191-се һанлы һалдаты:
Аты – Шевченко Тарас Григорьевич
милләте – украин
сығышы – крепостной крәҫтиәндәрҙән;
Ә игеҙҙең һыңарындай, шул уҡ ротаның 190-сы һанлы һалдаты – Түңгәүер йортонан башҡорт казагы Шаҡманов Ҡарас Иламан улы …
Донъя киң дә,
Әммә улар
Эҙләгәндәй табышҡандар,
Яҙмыштары уртаҡ булғас,
Тура килеп, танышҡандар.
Береһе — Ҡарас,
Береһе — Тарас,
Игеҙәктәй тап килгәндәр.
Береһе — башҡорт,
Береһе — хохол,
Һалдат ҡамыты кейгәндәр.
Зая әрме хеҙмәтендә,
Бығауһыҙ ҙа тотҡонлоҡта,
Һалдат дуҫлығы яралған
Рухташлыҡтан, тоғролоҡтан.
Бына шулай ике яҙмыш
Дине, теле башҡа булмыш,
Осрашҡандар,
Ә замана
Хәтәр һынау алға ҡуймыш...
Ур ҡәлғәһе
Икһеҙ-сикһеҙ дала ята,
Йоҡомһорап Яйыҡ аға.
Мәғрипкә лә, мәшриҡҡә лә,
Һималға ла, шималға ла
Баҡҡан саҡта күҙҙәр тала.
Ҡараш туҡтар бер ҡарасҡы
Күренһәсе был далала!
Ҡыуан елдән үлән көйә,
Ҡайнар ҡояш тынды ҡура.
Йыһан һымаҡ бөйөк бушлыҡ,
Үтә алмаҫһың атлап ҡына,
Булһа әгәр арғымағың,
Мөмкин әле атлығырға.
Тик далалар иркенлеге
Бирмәй икән рухи ирек:
Тотҡонлоҡҡа һәйкәл кеүек,
Ҡәлғә тора күкрәк киреп.
Батша һанаттары ҡәлгә
Урынын шәп һайлай белгән! —
Яйыҡ үҙе — яйлы йоҙаҡ,
Ус төбөндә — киткән-килгән.
Иҙрәп кенә
Үҙ яйынса
Йәшәп ята бөйөк дала.
Тирә-яҡҡа тик шом һала
Яманатлы Яман-ҡала...
Ҡамғаҡ яна
Ҡәлғәнең киң майҙанында
Казактар ут яға кисен.
Ул бер аҙға оноттора
Тотҡонлоҡтоң ауыр хисен.
Бер яҡ ситтә усаҡ яға
Минең алыҫ ҡан тамырым
Казак Ҡарас,
Йәнә Тарас —
Малорустың бер бунтары.
Бер-береһен яҡын күреп,
Өлгөргәндәр туғанлашып.
Ут янында икәү ҡалып,
Эс серҙәрен уртаҡлаша.
Ипкендәрен биткә һибеп,
Сытыр-сытыр ҡамғаҡ яна.
Гүйә ялҡын теле менән
Дәүерҙәрҙе ялғап бара...
Кемдең күҙен йоҡо алмай,
Шулар оҙаҡ утҡа баға.
Һалдаттарҙың ошо ҡорҙа
Күңелдәре бушап ҡала.
Төнө буйы ут алдында
Уйҙар оҙон — һүҙҙәр ҡыҫҡа.
Хәсрәт ҡаты, көлкө һирәк,
Утта янған ҡамғаҡ кеүек,
Күкрәктәрҙә дөрләй йөрәк.
Кем ултыра, кемдер ята,
Ҡарас һалдат усаҡ яға.
Илай-илай,
Тулай-тулай,
Дала ҡото — ҡамғаҡ яна.
Уттар яна —
Ҡырағай дала
Баш эйһен ҡәлғә көсөнә,
Шуға йомғаҡ-ҡамғаҡтарҙы
Ҡарас ата ут эсенә.
Ҡарас:
— Күпме ҡамғаҡ янып оса! —
Һулау һайын бер ҡамғаҡтыр.
Уттың ялы-ҡойроғо юҡ,
Ялмауыҙҙай астамаҡтыр.
Тарас:
— Таҙартып ҡәлғә тирәһен,
Көнө буйы йыйҙыҡ ҡамғаҡ,
Тау-тау итеп өйҙөк уны...
Йөрөй-йөрөй аяҡ талған.
Ҡарас:
— Ҡамғаҡ тәҡдирҙәре ябай! —
Йәй оҙоно ерҙе имә,
Унан дала иңләп сабып,
Тәгәрәй ҙә... утҡа инә.
Тарас:
— Йыйыуын мин уны йыям,
Үртәргә тик ҡулым бармай:
Ҡамғаҡ хәс тә тере йәндәй,
Йөрәк өшөй, шуны йәлләп.
Ҡарас:
— Йәлләйһең бит ҡамғаҡты ла…
Йомшаҡ күңелле һин, Тарас.
Ә беҙҙе йәлләнеләрме?
Дар ағастарына ҡара! —
Ур тамағында аттылар
Ҡоралһыҙ биш мең башҡортто,
Яйыҡҡа ла батырҙылар
Ғәйепһеҙ өс мең башҡортто...
Әле был — беҙ белгән генә!
Әгәр бөтә Рәсәй буйлап,
Беҙ белмәгән, ишетмәгән
Күпме булыр, — иҫәпләһәң?!.
Ал Салауат, Бүгәс яуын,
Унда күпме башын һалды...
Әҙме һиңә был ҡорбандар,
Ул ҡоллоҡҡа һатылғандар?
Тарас:
— Һөйләмә лә... Былай ҙа гел
Йөрәктәргә ҡан һауҙыра
Етем зары, ил ҡайғыһы...
Күҙ ҙә йоммай таң аттырам.
Ҡарас, бер һеҙ генә түгел
Иҙелгән һәм хоҡуҡһыҙҙар;
Башҡорт кеүек күпме халыҡ
Ярҙам һорап ҡулын һуҙа,
Бәхет көтөп, өмөт итеп,
Ялбара ул хоҙайына;
Тик Алла ла, Христос та
Инмәй ярлы нужаһына.
Украинала пандарҙың
Ҡанһыҙлығы миңә мәғлүм:
Крепостнойлыҡ ҡоллоғонда
Тамуҡ киҫәүендәй яндым.
Ауыҙ асып һүҙ әйтһәң дә,
Арҡаң буйлап ҡамсы шыйлай.
Ҡомһоҙлоғо сикһеҙ пандың —
Үҙе туйһа, күҙе туймай...
Ана әле ишетелә:
Бөтә донъя болғанышта.
Ҡайҙа баҡма — аҫыш, киҫеш...
Ер ҡан-утҡа солғанышта.
Ҡарас, ебәр башҡорт йырын!
Күҙҙән йоҡо ҡасты инде.
Исмаһам, йыр йөрәктәрҙең
Әрнеүҙәрен баҫһын ине...
Төн һиллеген һиҫкәндереп,
Дала иңләп йыр тарала.
Ҡарас йырлай,
Тарас уйлай.
Таң яҡтыра ҡай арала!
Усаҡ яна.
Ҡарас йырлай,
Арбай моңо бар асманды.
Илаһи йыр!
Һине тәүләп
Кем башлаған, кем асҡандыр?!.
Ҡарас һалдат күкрәгенән
Моң ағыла, моң таша ла
Утҡа тама, ҡамғаҡ менән
Ҡуша яна, яна ҡуша.
Күҙҙәр тулы мөлдөрәмә
Һағыш уты ялтлап китә.
Сайҡалып та,
Сайпылып та
Был моң утҡа ялҡын өҫтәй.
Моң йомғағы
Иң тәрәндә —
Йөрәктәрҙә ярала ла
Күңелдәрҙе елкендерә,
Дауа булып яраларға.
Ут йомғағы —
Еребеҙҙең
Әрнеүҙәре ялҡынымы?
Ҡара үстән үрсегәндәй,
Нәфрәтләнеп алҡынамы?..
Йыһан кеүек иркен дала,
Ут күбәһе — ҡамғаҡ яна.
Ҡамғаҡ менән ваҡыт яна,
Ғүмер яна...
Әрней Тарас,
Йырлай Ҡарас;
Йәш ғүмерҙәр уҙа зая,
Уҙа зая, уҙа зая...
Йәнтүрә ауылында
...Ҡарас менән Тарас төштө
Хәсән тигән ҡарт өйөнә,
“Үлемдән ҡотолғанһығыҙ!..
“Һалдаттарға ул һөйөнә.
Түңәрәлеп ултырышып,
Урындыҡта сәй эстеләр,
Баш-күҙ алып, өйрәнешкәс,
Хәл-әхүәлдәргә күстеләр.
Кем икәндәрен һорашҡас,
Ҡан-ырыуҙарын белешкәс,
Башҡорт Ҡарас,
Хохол Тарас
Йорто түренә хуп килгәс,
Дәртләнеп китте Хәсән ҡарт
Шылдырҙы ситкә касаһын:
— Һай-й! Бар ине заманалар!
Беҙ ҙә бит һуң
Танытҡайныҡ
Француздарҙың ҡарт әсәһен!..
Алып кил, әбей, балыңды,
Һыйлайыҡ был уландарҙы!
Көн дә буран булып тормаҫ,
Ҡунаҡ тигән йола барҙыр...
Уландар, ғәйеп итмәгеҙ,
Ҡыш уртаһында юҡ ҡымыҙ.
Уның урынына — буҙа,
Бер аҙ бал, итегеҙ ауыҙ!..
Тарас ҡымыҙ эскәне бар
Үткән йәйге походтарҙа.
Унан килә дала еҫе
Бик боронғо замандарҙан...
Табын ҡыҙҙы.
Йомарт Хәсән
Һалдаттарҙы ҡунаҡ итте:
Килде ҡаҙы, йылҡы ите,
Бишбармаҡҡа сират етте...
Әбейенә күҙ ҡыҫты ла
Хәсән һүҙен итте дауам:
— Утыҙ йәшлек егет инем!
Ҡыуып барҙыҡ француз яуын.
Беҙҙең Йәнтүрә батырҙы
Ҡотдос[1] үҙе бүләкләне,
Уның командаһында беҙ
Париж күген иләкләнек!..
Һүҙгә һүҙ ялғанып, шулай
Ултырҙылар улар оҙаҡ.
Тышта — буран,
Эстә — байрам,
Ихласлыҡҡа юҡтыр йоҙаҡ.
— Гөлзада ҡыҙым!
Алып бир
Ҡурайҙы — бер һыҙҙырайым,
Хәлдән килһә, көпшә өрөп,
Бурандан бер уҙҙырайым! —
Хәсән ҡарттың был һүҙҙәре
Һалдаттарға дәрт өҫтәне,
Улар шунда абайланы:
Алғы өйҙән “йөҙөп кенә”
Килеп ингән фәрештәне!
Телһеҙ ҡалды ике казак,
(Шуның менән бөтһөн ҡаза!)
Матурлыҡҡа һоҡланыуға
Юҡтыр кәртә, юҡтыр яза...
— Китмә, ҡыҙым, бында ултыр,
Һалдат моңға һыуһай булыр,
Мин уйнармын,
Һин йырларһың,
Күңелдәре айҙай тулыр.
Ағылды моң!..
Ташты талғын,
Таралғандай бар далаға,
Әйтерһең дә, бөтә донъя
Өңөлөп баҡҡан бер ҡурайға...
Бер аҙҙан ҡыҙы ҡушылды.
Моңда хәҙер ике ҡанат:
Ҡурай һәм йыр,
Йыр ҙа ҡурай...
Атай һәм ҡыҙ,
Ҡыҙ ҙа атай...
“Сәхрәләргә сығып йөрөгәнемдә
Хайран ҡалам былбыл тауышына.
Уҙған ғүмеремде оҡшатамын
Сылтырап аҡҡан һыуҙың ағышына...”
Тыңлай-тыңлай
Тарас уйлай:
“... Был моң ҡайҙан сыға икән ?
Йөрәк төптәренән урғып
Сыҡҡан моңға сыҙа икән!..
...Аңламайым телдәрен дә,
Әммә яҡын башҡорт моңо.
Далаһындай иркен ул көй,
Шундалыр даланың ҡото...
...Башҡорттарҙың бар тарихы —
Ахыры, оҙон йырҙарында.
Был халыҡтың яҙмышы ла
Һағыш тулы моңдарындай...”
Ҡарастың күҙе мөлдөрәй...
Йомшарҙы моңдан Тарас та.
Әллә уны әсир итте
Дала гөлө — ҡараҡаш та...
Йырылды моң быуалары:
Йырлап ебәрҙе Тарас та,
Мөлдөрәмә наҙ касаһын
Сайпылта бер нур-ҡараш та!
Шудай оло хөрмәт күр ҙә,
Әле ярһыу йәнең барҙа,
Йырламайса нисек түҙмәк!
Башҡорт йортонда тәү тапҡыр
Хохол моңо өҙҙө үҙәк:
“Ай-һай, ауыр ғазап сигеүҙәре –
Буш далала ҡалыу юғалып.
Ауырыраҡ Украинала —
Өнһөҙ илау, төшөү һығылып...”
Йәшермәне күҙ йәштәрен,
Ир илауы юҡҡа булмаҫ.
Ир илаған ил — яман, ти,
Йәшәүҙән йәм-толҡа ҡалмаҫ.
Ҡарас ҡына йырламаны —
Эскәйҙәре һағыш тулы,
Һыймай күкрәк ситлегенә
Ҡайтарылмаған ҡон тулай...
Ҡараңғы төн. Буран олой.
Йөрәктәрҙә нәфрәт тулай.
Һуҡыр шәмдең ялҡын теле
ҡалтырай тәпәш: өйҙәрҙә.
Замананың бурандары
кешеләрҙең яҙмыштары
Менән уйнай, аяу белмәй,
йән өшөтөрлөк көйҙәрҙә…
***
Шундай йыуаш, тыныс дала!. . —
Аҡ биләүҙә сабый бала.
Гүйә буран дыуламаған ,
Ас бүреләй оломаған,
Юлсыларҙы аҙаштырып,
Аяҡ-ҡулын туңдырмаған…
Ап-аҡ дала —
Һөттәй таҙа,
Яңы ғына һауылғандай ,
Ҡараш туҡтар бер тап та юҡ,
Күҙ күреме етмәҫ офоҡ,
Ер менән күк ҡауышҡандай...
Далаларҙың аҡлығында
Күңелдең изге сафлығы,
Ә изгелек күңелдәрҙән
Осорға тора талпынып.
Тарас хистәргә бирелеп,
Аҡ донъянан әсир ине:
“Тәбиғәттең сихри мәлен
Эх, һүрәткә төшөр ине! —
Ҡайҙа ҡәләм? Ҡайҙа ҡағыҙ?
Мольберт та юҡ, бумала ла...
Гүзәллектең ошо мәлен
Нисек туҡтатып булһа ла
Мәңгеләштерәһе ине...”
Һоҡланыуын, болоҡһоуын,
Бөтә күңел ярһыуҙарын
Әйтә алмағас буяуҙарҙа,
Һалды Тарас йырҙарына:
“Был донъяла нисек йәшәргә һуң,
Сынйыр кейеп, алыҫ яҡтарҙа?
Сынйырҙарҙы сәйнәп өҙөр инем,
Сыныҡтырғандар шул уттарҙа.
Сынйыр бығау һөйрәп кемдәр килә? —
Хоҡуҡһыҙ һәм етем балалар,
Беҙ йөрөйбөҙ Урал аръяғында,
Йәйрәп ятҡан сикһеҙ далала.
Ятып ҡына һыуҙар эсер инем,
Һыуҙар өҫтө ялтыр боҙ икән.
Татырлы ла икән ялан еркәй —
Күҙ йәшенән ҡалған тоҙ микән…”
Ҡапланды Тарас санаға...
Ҡарас, йыйып бөтә көсөн,
Дауам итте дуҫы йырын,
Йән әрнеүен баҫыр өсөн:
“Аҡ ҡуяндар саба үр ҡарап,
Йүгерек аттар саба юл ҡарап.
Был донъяҡайҙарҙы көткән саҡта
Дуҫ-иштәрең була уң ҡанат...”
Ҡуныс дәфтәре
Башлыҡ күп һалдат өҫтөнән —
Туплы ас сүл бүреһе,
Теш-тырнағын күрһәтергә
Тырыша һәр береһе.
“Бүре”ләрҙең иң яуызы —
Комендант майор Мешков.
Бәйләнергә сәбәп эҙләп,
Эҙеңде килер еҫкәп,
Кеҫәләреңде тикшерә,
Ҡуйыныңа ҡул тыға,
Әгәр артыҡ әйбер тапһа,
Йәберләүенә сыҙа!
Һүгеүенән һуң — язаһы:
Гауптвахтаға һөрә;
Йәки бәҙрәф таҙартырға
Сиратһыҙ наряд бирә.
Нарядтарҙан ҡурҡмай Тарас,
Эшсән булды ҡайҙа ла...
Язаның икенсерәге
Йөрәгенә ҡаҙала.
Батша ғәли йәнәптәре
Николай I әмере
Йыртҡыстарса ботарланы
Ун йыл Тарас ғүмерен:
“Тоторға
Ҡаты һаҡ аҫтында!
Тыйырға
Яҙыуҙан-һыҙыуҙан!”
Майор Мешков бер мәртәбә
Тарастың шкафында
Яҙған шиғырҙарын табып,
Йыртты халыҡ алдында.
Һөҙөмтәһе: Тарас ун көн
Казематта аунаны,
Һаҡһыҙлыҡтың ни икәнен
Һуң булһа ла аңланы.
Төрмә... Төрмә...
Һаҡ аҫтында
Ултырыу, ай-һай, ҡыйын!
Аяҡ-ҡулда — сынйыр бығау.
Йырлау ярамай — тыйыл!
Каземат — тап ҡәбер кеүек:
Бергә — өс аҙым майҙан.
Ә уйланырға — иркенлек! —
Тотҡонда хыял ҡайҙан!..
Икенсегә үҙ башлығы —
Капитан Степанов
Тарастың түш кеҫәһенән
Табып яҙыу киҫәктәре
Ергә һалып тапаны...
Шунан алып бахыр Тарас
Йә иламай, йә көлмәй...
Яҙыу-һыҙыу ҡағыҙҙарын
Ҡайҙа ҡуйырға белмәй,
Кескәй генә дәфтәр тегеп,
Шиғырҙарын күсереп,
Тыҡты итек ҡунысына,
Командирҙан йәшереп.
“Ҡуныс дәфтәре”...
Тарастың —
Юлдашы, йыуанысы:
Нарядтамы, походтамы
Гел ҡалмаҫ ҡыуанысы.
Ял иткәндә, таллыҡтарҙа,
Яңғыҙы ҡалып ҡына,
Ҡәләмен, “Ҡуныс дәфтәрен”
Ул алыр гел ҡулына.
Ус эсендәй биттәренә
Тос орлоҡтай теҙелеп,
Тирелә моңдар, шағирҙың
Күңеленән өҙөлөп...
I
“Уйҙарым!
Һеҙ ҡолонсаҡтай
Уйнаҡлап сапмағыҙсы,
Ҡылғанлы дала бик иркен,
Туҙынып шашмағыҙсы!
II
Уйҙарым,
Ҡәҙерлеләрем!
Тотҡонлоҡ йылдарымда
Күгәрсен булып ҡунығыҙ
Бығаулы ҡулдарыма!
III
Уйҙарым!
Сал Днепрҙан
Көтәм һеҙҙе һағалап,
Ҡырғыҙ балалары менән
Уйнарһығыҙ далала.
IV
Ас-яланғас улар, әммә
Бар иркен далалары,
Йәнә — үҙ аллаларының
Ирекле балалары.
V
Уйҙарым,
Осоп килегеҙ!
Әкрен генә йырлармын,
Сабый кеүек һөйөрмөн дә
Һеҙгә ҡушылып илармын…”
VI
“Ҡара һин, яҙмыш,
Нишләттең —
Ҡаҡҡыланың бер талай:
Үҙем йәш, үҙем мыйыҡлы,
Хас та етем бер малай.
VII
Мине ситкә олаҡтырҙың
Уралтау аръяғына,
Ирекһеҙ иркен далаға,
Хәсрәттәр даръяһына.
VIII
Шунан нисек ҡарғамайһың,
Әй, хәйләкәр яҙмышым?!
Юҡ, мин һине ҡарғамайым,
Барыбер төшмәҫ ҡарғышым.
IX
Бары һинән йәшенеп мин
Таллыҡтар араһына,
Йырҙарҙан дауа табырмын
Йөрәгем яраһына.
X
Йырҙарымда: ирекһеҙ моң,
Ҡайғыларым, һағышым...
Ярһыу Днепрҙан зарығып
Көтәм һине, яҙмышым!..”
Ҡарас күрҙе лә дәфтәрҙе
Бик хупланы уҙағын:
— Белеп әйткән беҙҙең халыҡ:
“Ҡуйындағы — юлдағы,
Ҡуныстағы — ҡулдағы”.
Борон башҡорт ташҡа яҙған
Йырҙарын, ил тарихын.
Мин дә йырҙар яҙыр инем,
Яҙыу-һыҙыу таныһам... —
Тип үкенеп ҡуйҙы Ҡарас,
Дуҫы яҙғанға ҡарап.
— Әйҙә өйрәтәм уҡырға! —
Шундуҡ ҡул бирҙе Тарас…
***
“Ҡуйын дәфтәре” түгел был,
Бары “Ҡуныс дәфтәре” —
Эйәһенең үҙе кеүек
Мәңгелектең тиҫтере.
Тарас һине сит күҙҙәрҙән
Күпме һаҡлап йөрөттө,
Жандармдар мәкеренән
Дуҫтар ҡулы терелтте...
Ырымбур далаларында
Тыуған “Ҡуныс дәфтәре”,
Һине уҡып, аҡтарамын
Изге хәтер кәҫтәрен...
Зөбәржәт
Тарас:
— Коханочкам минең алыҫтарҙа —
Ҡалды хәтәр Днепр ярында,
Йөрәгендә уның хистәр ҡайнай,
Даръя ташҡан кеүек яҙында.
Шулай ҙа һин, һылыу, йырла әле,
Ҡайғыларым бер аҙ таралһын,
Моңло тауышыңдан күңелемдә
Өмөт орлоҡтары яралһын.
Башҡорт халҡы киң күңелле икән,
Оҡшай миңә ҡылған далаһы.
Ҡымыҙы шәп!
Ҡыҙҙары ла елле,
Әллә инде тороп ҡалаһы?!.
Зөбәржәткәй һылыу, үтенәбеҙ,
Күңелдәрҙе йәнә нурласы,
Дала юлы кеүек оҙон итеп,
Берәй башҡорт йырын йырласы.
Автор:
— Ах, Зөбәржәт һылыу, аңла инде
Тарасты ла — хәлен һалдаттың.
Ҡурҡма башҡайымды ашар, тиеп,
Китер, тиеп, варнак алдатып.
Ул бит һинән ишетергә теләй
Башҡорт моңон, Урал йырҙарын.
Ҡарас дуҫы уға күп һайраны
Үҙ халҡының бөтмәҫ аһ-зарын.
Йырла әйҙә, сибәр Зөбәржәткәй,
Күңелен күр сабыр Тарастың.
Һиңә әүрәп, йырҙарыңды тыңлап,
Һағыштарын бер аҙ таратһын.
Тарас:
— Нисек әле һеҙҙең теге йырҙа,
Бер ҙә иҫкә төшмәй башынан:
“... Кемдәр генә ғашиҡ ай булмаған
Зөбәржада, ҡара ҡашыңа...”
Зөбәржәт:
— Эй төлкө һин, Тарас,
Хәйләләйһең,
Етерһең дә, ахыры, башыма,
Йырҙа мин түгел бит,
Бүтән бер ҡыҙ —
Сәлимәкәй, ҡара ла ҡаш ҡына!..
Ә мин һеҙгә бүтән йырҙы йырлап
Ишеттерәм әле был юлы.
Егеттәрҙең аҫылдары бит һеҙ,
Тарас үҙе — ниндәй ил улы!..
Тарас:
— Һай, шул телең булмаһа
Һәм әгәр
Зөбәржада тигән исемең,
Билләһи, тим, алып китер инем,
Тыуған яҡтарыма күсереп.
Зөбәржәт:
— Украинаңа барып булмаҫ инде,
Унда ла бит ожмах түгел дә,
Ә шулай ҙа мин дә йәшәр инем,
Йән сыҡмаһа, күҙ йәш түгеп тә.
Тарас:
— Зөбәржада!
Ғәфү итсе мине,
Шаяртыуым булды урынһыҙ.
Йырла инде, зинһар,
Йырһыҙ табын —
Һүнгән усаҡ кеүек, толҡаһыҙ.
Зөбәржәт:
— Беҙ инәлтә торған әҙәм түгел,
Тик йыр ҡотло — ишле булғанда,
Тыуған яғың йырын әҙерләй тор,
Йөрәгеңә һағыш тулған да.
“...Саналарға еккән ҡара аттың
Бәкәлдәре генә аҡ булыр.
Ир-егеткәй ҡайҙа йөрөһә лә
Ҡылған эше уның хаҡ булыр...”
Автор:
Йыры менән әйтер ине
Тарас Зөбәржәткә булған һөйөүен,
Онотолғандай була тотҡонлоғо,
Баҫылғандай һағыш-көйөүе...
Тарас менән Зөбәржәт дуҫлығы
Ҡайнар ине, лава булырлыҡ.
Тик тотҡонлоҡ һалҡындары яман
Хатта һөйөү үҙе туңырлыҡ...
Тарас йәнен ҡалтырата ине
Хоҡуҡһыҙлыҡтың ас биҙгәге.
Шуға ла бит үҙе менән бергә
Алып китәлмәне һөйгәнен.
Алда уны әле ниҙәр көтә,
Ҡай хәүефтәр тағы һағалай?
Батша һанаттары һалмаҫ тимә
Боғаҙына яңы боғалаҡ...
Һалдат хәлен,
Тотҡон яҙмышын да
Татыһынмы тағы ҡыҙ бала?
Туғандары интегеүе аҙмы,
Йөрәк сығып бара — ҡуҙғала...
Ләүкей һаман Тарас йөрәгендә
Зөбәржәттән ҡалған бер усаҡ.
Днепр буйын ҡыҙырып йөрөгәндә
Дөрләп яна ул ут, янасаҡ...
“Ҡарас убаһы”
Ике йылдан Тарас конвой менән
Йәнә килде Яман-ҡалаға.
Форсат тейеү менән,
Рөхсәт һорап,
Сығып китте яҡын далаға.
Дала уйып, ялтыр таҫма булып,
Ағып ята көмөш Гөбөрлө.
Тарас килеп ауҙы хәтфә ярға...
— Исмаһам, һин йылғам, ғүмерле!..
Әй, Гөбөрлө дуҫҡай, әй, йылдамҡай,
Терелттең бит ҡайнар хистәрҙе!
Әрнеүҙәребеҙҙең һин шаһиты,
Иҫтәлеге — моңһоу кистәрҙең.
Ышанмаҫлыҡ хәбәр ишеттем мин:
Ҡарас вафат — ята типһендә...
Ник баҫманың уның ярһыуҙарын,
Ҡотҡарманың үсле ипкендән!
Ниңә йәшләй булды гүр эйәһе,
Һин беләһеңдер бит, Гөбөрлө?
Сөмбәйеңә төшөп батты мәллә,
Өмөтөнән тамам төңөлөп?
Нимә булды уға, әйт, Гөбөрлө,
Ҡәберенә түгелеп илайым,
Күңел бушағансы илайым да
Уны иҫләп, йырын һуҙайым.
Ниңә уның хаҡта йәшерәләр,
Бары : “Ул юҡ , үлде ...” — тинеләр .
О, хоҙайым, әллә тотҡонлоҡта
Шундай әжәл көтә мине лә?
Әй, Гөбөрлө!..
Күрәһеңме, минең
Күҙ йәштәрем сыҡмай тамсы ла.
Уҙағымдан мәңге айырылыу
Йәнде аяу белмәй ҡамсылай.
Ышанмаҫ та инем был ҡайғыға,
Алдарымда — ҡара ҡәбере.
Бергә саҡта ҡәҙер итәлмәнем,
Үтәйемсе дуҫлыҡ нәҙерен …
***
Ҡурған өйҙө Тарас һуйырташтан,
Өҫтөнә кәҫ ҡырҡып ҡапланы,
Тигеҙ ерҙә уба хасил булды,
Әммә йәне тынғы тапманы.
Көнө буйы дала күкрәгендә
Йыр иңрәне — Тарас тауышы,
Йырға ҡушылып ишетелә кеүек
Ҡәберҙәрҙән Ҡарас һағышы.
Тарас:
Муштраға йәне түҙмәгән
тәбиғәт балаһының.
Ҡуйынына инеп ятҡан
ҡылғанлы далаһының.
Йә, нисек гүргә тығаһың
шундай Алып-батырҙы?
Бәһлеүән ине — бер үҙе
биште алып атырҙай.
Шул үлгән, тиң? Ғәжәп хәл был,
күнегеү мөмкин түгел.
Ҡарас, Ҡарас!.. Йоҙроғоңдай
бик тос ине шул һүҙең,
Яратманы һине түрә телең үткергә күрә.
Тәүәккәллегеңдән өркөп,
торҙо сәстәре үрә.
Ҡайҙа хәүеф — шунда һине
тыҡты командирҙарың.
Уларға үҙ тиреләре, уҡалы мундирҙары
Ҡәҙерлерәк, һинең ише
беше халыҡ балаһын
Ғүмер баҡый ҡыйырһытты,
йәнен иҙҙе, таланы.
Ишеттем дуҫ-иштәреңдән:
ахыр ҡасып киткәнһең.
Үҙең кеүек ҡасҡындарҙы
юлдаш, моңдаш иткәнһең.
Ҡәлғәләргә һөжүм итеп,
үрттәр һалған сағыңда
Дүрт яғыңдан атып ҡына
саҡ йыҡҡандар атыңдан.
Ҡарас, Ҡарас!.. Дыуамал йән,
ашҡындың шул сараһыҙ,
Ташып барған ғәйрәтеңде
исраф иттең самаһыҙ.
Ихлас инең һәр кешегә,
һис белмәнең хәйләне.
Тиҙ оноттоң ау-мәкерҙе,
ҡараманың әйләнеп...
Беләк көсө менән генә
еңеп булмай батшаны.
Алыштарҙа ҡалған һиндәй
күпме батыр баштары!..
Тойманыңмы: яуыз йәндәр
һиңә ҡапҡан ҡорғанын?
Үҙең инде шул золомдоң сираттағы ҡорбаны.
Ҡолағымда ғына түгел,
үҙәктәремдә — моңоң,
Аманатың булып һинең
мәңгегә сыңрар йырың.
Ҡайҙа ғына булһам да мин,
ғүмеремдең ҡалғанын
Һинең дә хыялың өсөн,
йырың өсөн арнармын...
Хуш бул, батыр, хуш бул, сәсән,
килә алмам башҡаса,
Ғазапланма, һин йәшәнең
үҙ намыҫың ҡушҡанса.
Далаң барҙа, телең барҙа,
аҡҡан саҡта Гөбөрлөң,
Халҡың бында йәшәр, Ҡарас,
халҡың рухы — ғүмерле...
***
Аҡ далала ятҡан яңғыҙ уба
Шомландырыр булған юлсыны,
Уйландырыр булған яугирҙарҙы,
Хакимдарға һалған борсолоу.
Йылдар уҙған...
Яңы заман тыуған,
Алышынған күпме быуындар.
Ағышынан Ваҡыт йылғаһының
Күпме уба, ауыл йыуылған...
Әммә тоғро булған ил Хәтере —
Батша күрмәгәнде күргән ул:
Батырҙарын
Ергә генә түгел,
Халҡы йөрәгенә күмгән ул!..
Бер ус тупраҡ
Уралдағы Ҡарас убаһынан,
Һеҙ йөрөгән дала иңенән,
Бер ус тупраҡ
Илтеп һалдыҡ һиңә, —
Бөйөк кобзарь,
Һинең ереңә.
Бер ус тупраҡ...
Унда һеңеп ҡалған,
Тарас, һинең ҡайнар күҙ йәшең.
Йәнә бик күп политкаторжандың,
Яҙмышташың Ҡарас батырҙың,
Хаҡлыҡ, ирек өсөн көрәшеп
Түккән ҡанын унда татырһың...
Һәм Каневтан,
Тарас ҡәберенән,
Ярһыу Днепр көн дә һыулаған
Бер ус тупраҡ
Алып ҡайттыҡ һиңә,
Ҡарас олатай, —
Изге убаңа.
Бер ус тупраҡ...
Унда һеңеп ҡалған
Ҡыуған саҡта поляк пандарын
Комбриг Муса Мортазиндың сая
Ҡыҙыл атлылары ҡандары...
Ул тупраҡтың һәр бер ҡарышында
Яна, яна...—
“Нимә?” — тип һора, —
Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин ҡаны,
Йәнә — Шайморатов генерал...
Бәғзе берәү быны оҡшатмаһа,
Әйтһә: “Тарихтарҙан һүҙ тирә...” —
Бөйөк Тарас,
Күп вариҫтарыңдың
Берәүһенә генә һүҙ бирәм.
Петро Ребро:
- “Һәр хуторҙа,
Ҡарап һәйкәлдәргә,
Белдем:
Төрөнөп ҡурған кәҫенә
Йоҡлай Башҡортостан уландары —
Салауаттың яугир нәҫеле.
Һәм аңлайым:
Таңда һайрағанда
Урал һандуғасы өҙҙөрөп,
Данлай ҡошсоҡ бөйөк туғанлыҡты,
Рухташлыҡты беҙҙең һиҙҙереп.
Ә ул йырҙа:
Киев күген ҡаплап
Осҡан саҡта фашист ҡоҙғоно,
Һин бөтәбеҙ өсөн,
Башҡортостан,
Булдың ғәзиз атай йортобоҙ.
Тау һәм үҙәндәрҙә үләндәрең
Аҫыл келәм кеүек түшәлгән...
Шевченко үҙ иткән ошо ерҙән
Тычиналар илһам-көс алған.
Эшһөйәрҙәр, моңлолар төйәге, —
Май гөлөндәй күкрәп сәскә аттың.
Мин бит һине, йырлы Кәрим ерен,
Шиғри баҡса күреп яраттым. . .
Көтмәгәндә килһә айырылышыу,
Белһен дуҫтар,
Белһен ҡорҙаштар:
Минең йөрәк,
Ут-һыуҙарҙы үтеп,
Башҡортостан, һиңә тоташҡан!”
***
Бөгөн беҙҙең ирек гөлдәренең
Тамырҙары һеҙҙән үҫкәнен,
Тарас бабай,
Ҡарас олатай,
Барлайым да тоям
Ҡаным менән
Киләсәккә нисек күскәнен:
Изге хәтер,
Иман,
Тел,
Моң
гел дә
Күңелдәрҙе наҙлап туҡыһа,
Ул тамырҙан
Беҙҙең йөрәктәргә
Ағып торор һеҙҙең рухи ҡан!
Төпләнмеш һүҙ
Мне кажется, — но сам не знаю,—
Впрямъ человек не умирает...
Тарас Шевченко
(1850, Оренбург)
***
Далаларға сығып яңғыҙ ҡалам да,
Күкрәгенә ерҙең башым һалам да,
Ҡолағымды ҡуйып, уны тыңлайым, —
Тыуған ерҙең һулыштарын тояйым.
Йөрәктәрҙең тибештәрен байҡайым,
Яҙмыштарҙың айыштарын юллайым.
Кемдең эҙе ҡалған икән — юрайым,
Кемдең йөҙө ялған икән — уйлайым...
Ер бауырлап осоп килә ут тубы,
Көтөп торам, иҫем китеп, ҡот осоп:
Туп тигәнем — ут сорнаған йомғаҡмы? —
Тарас менән Ҡарас яҡҡан ҡамғаҡмы!
Гөбөрлөлә яҡҡан уттан яралған,
Ялпылдашып дала буйлап таралған
Ут ҡамғағы? —
Булыр, булыр.
Тарас та,
Ҡамғаҡ кеүек,
Үҙ мәлендә, дауылда,
Ҡыуылғайны ас далаға, үлемгә,
Һуғылды ул үҫкән ҡырлы ҡурайға —
Башҡорт ере әйләнмәне ҡәбергә.
Ҡамғаҡ микән? — тышы ҡуҙлы-күмерле.
Аһ-аһ! Был бит — кобзарь Тарас йөрәге!
Ҡамғаҡ булып, заманаһы утында,
Яна-яна быуаттарҙың һыртында,
Килеп етте минең алға тәгәрләп...
Өнмө-төшмө?.. Бына һиңә ғәләмәт!..
— Тарас Бабай!..
Әллә... Был һин еләһең?!
Теге мәлдә һөйләшкәйнек, күрәһең,
Шул арала, ут-ялҡында өтөлөп,
Әллә ҡайҙан урап-урап киләһең?
Тарас:
— Эйе... Хәҙер минең яҙмыш билдәле,
Тере саҡтағынан күпкә күнмәле.
Еләм бына янар йомғаҡ-йыр булып,
Ҡунам изге күңелдәргә нур булып,
Уҙам шулай Ер тирәләй әйләнеп,
Беҙҙең йәнгә кәртә ни ҙә, хәйлә ни...
Осоп үтәм, тәгәрәйем, түкмәсәм,
Тере саҡта сәфәр ҡылып бөтмәгәс,
Һеҙгә мәғлүм — батша форсат бирмәне...
Хәҙер бына гиҙәм шулай ерҙәрҙе,
Аша үтәм, ҡитғаларҙы, илдәрҙе,
Уҙаҡ итәм дауылдарҙы, елдәрҙе...
Әйткәндәй, һин, башҡорт улы,
Сәләм бир,
Күрһәң, минең йән дуҫымды — Ҡарасты.
Ул да гиҙә донъяларҙы,
Тик бер аҙ
Орбиталар төрлөсәрәк, тап килмәй:
Беребеҙ ҡояш байышында булғанда,
Икенсебеҙ сығышында елдерә;
Мине буран һыҙырғанда ҡотопта,
Уны сүлдә ҡыуан елдәр елгәрә...
Автор:
— Ярай, олуғ кобзарь, бурыс итермен —
Сәләмеңде олатама әйтермен
Осратҡас та.
Шулдыр — тәҡдир яҙғаны,
Һәр кемдең бит була яҙмыш йондоҙо.
Кем — өҫтәрәк,
Кем — түбәндә бәүелә.
Кем — яҡтыраҡ,
Кемдең нуры бөләңгерт...
Һеҙҙең йондоҙ, Тарас бабай, —
Мәңгелек.
Тарас:
— Минең йәнде “Йондоҙ” тинең бит әле,
Һеҙҙең быуат шағирҙары эше был,
Оҡшашҡандар — бер-беренең ише шул.
Тоталар ҙа йондоҙҙарға тиңләйҙәр,
Шунан башҡа сағыштырыу күрмәйҙәр.
Миңә ҡалһа,
Мин тик йондоҙ булырға
Риза түгел.
Йондоҙҙарҙы болоттар
Ҡаплап ала,
Көнө бөтөп һүнәләр...
Шағир — үлмәҫ,
Тәбиғәттәй теремек,
Һәм инә ул төрлө-төрлө һүрәткә:
Сыңрау торна,
Ҡыйғыр бөркөт, ыласын...
Йәки сәсән олатайың-боласы...
Беҙ — ҡурай ҙа,
Сүлдә үҫкән тирәк тә...
Күп зар, һағыш йотоп ауған йөрәк тә.
Ярай, хуш бул...
Туҡта, бер һүҙ — күр рәхәт!
Мине иҫкә алыуыңа ҙур рәхмәт!..
Алыҫлашты Тарас бабай тауышы —
Янар йомғаҡ китте офоҡ ауышып...
***
Һуңғы һүҙемме был кобзарь турында,
Һуңғы күреүемме яҡты һынын да?
Юҡ! Юлдарым һуҙылғандар алыҫҡа —
Аралға ла, Каспий, Днепр ярына...
Уны мотлаҡ осратырмын яңынан,
Һыуһағандай, күңел уны һағына...
Мәле етер ҡотолғоһоҙ Ваҡыттың —
Һуңғы таңым Ҡояш нурын ағытыр...
Орбитаға сығып мин дә осормон,
Тарастың йәненә, бәлки, осрармын,
Иҫкә төшөр Ҡарас олатам әйткәне:
“Шепшенко — шәп кеше ине!..” тигәне.
Йондоҙло күк баҙрап ята алдымда,
Усаҡтары емелдәгән далалай.
Иркен, рәхәт, бер ниндәй ҙә тарлыҡ юҡ,
Ҡайҙа осма — дүрт яғың да ҡиблалай.
Сыҡҡанымда алыҫ юлға ниәтләп,
Барыһын да алам барлап, иҫәпләп:
Бер мин түгел әле унда барғас та,
Осоп йөрөй Тарас менән Ҡарас та...
1984 - 1988
[1] Ҡотдос — бөйөк рус полководецы М.И. Кутузовты башҡорт яугирҙары шулай атап йөрөткән. Автор.