1
Мостай һүҙе һыя һәр кешегә,
Һүҙе үтә бөтә әҙәмгә.
Өләшеп бирһәң уның осҡор һүҙен,
Етер ине барлыҡ ғаләмгә,
Береһе китмәҫ ине әрәмгә.
Мостай күҙе үткер — барын күрә,
Бөтәһенә һирпә ҡарашын.
Атайҙарса уның ҡарашынан
Талашҡандар китә ярашып,
Күптәргә заң[1] уның ҡарашы.
Мостай ҡәлбе[2] йомшаҡ, йомарт, ипле,
Бер кемгә лә ҡаты бәрелмәй.
Бөтәһенә бирә тик тейерен,
Йән баһаһы күпләп бирелмәй,
Күп булғандың ҡәҙере беленмәй...
2
Уңдым, тинең, бик күп ғилләләрҙән,
Уңыу — йәшәй белеү өлгөһө.
Һинән дә бит илең, халҡың уңды,
Һиндә, ахыры, уның билгеһе,
Һинең йөҙөң — халҡың көҙгөһө.
Сама кәрәк, тиҙәр, һәр нәмәлә,
Үҙ хәлеңде һин дә самала:
Йүнһеҙҙәргә барыбер аҡыл инмәҫ,
Өмөтлөнө күберәк баһала,
Өмөтлөнөң өлөш — самалы.
Ярҙар ҡала, бары беҙ ағабыҙ,
Йылдар боҙҙар кеүек уҙалар...
Нисек йөҙҙөң тормош даръяһында
Өйрәтһәңсе беҙгә, уҙаман!
Оҙатһын күп ярҙар, уҙаман...
3
Ғәжәп кеше — далан эйәһе ул,
Тик даланы — үҙенең дарманы:
Үҙе сәсә, һуғара һәм ура,
Үҙе игә, иләй тарманы,
Бер кемдең дә көтмәй фарманын.
Ерҙән тапҡанды ла йырға һала,
Алтындарҙан артыҡ тиргәне.
Күңелдәргә ҡотҡо һалыу түгел,
Орлоҡ һалыу барлыҡ белгәне,
Алғанынан артыҡ биргәне.
Сал аҡылы инде башына сыҡҡан,
Атҡан-һуҡҡан тормош күкрәүе.
Тауҙарҙы ла ала тетрәнеүҙәр,
Һыҙа, түҙә тауҙар күкрәге.
Түҙһен әле тауҙар күкрәге...
1999.