Күк бүре

Күк Бүре

 

— Һеҙ — бүреләр! — тине бер танышым, —

Күҙегеҙ гел генә урманда,

Әҙер тораһығыҙ бүленергә,

Эйәрергә ҡасҡы, бурҙарға...

 

— Мәғлүмәтле икәнһегеҙ, таныш!

Юҡ икән үҙегеҙ белмәгән...

Бүре беҙҙә — ауылдары менән,

Тик һеҙ генә күҙгә элмәгән.

 Дөрөҫ, беҙ — Бүреләр нәҫеленән,

Эт яратмай әммә бүрене.

Бүленеүгә килһәк, бүре түгел,

Эттәр киткән башта бүленеп...

 

***

Һаҡмарыма ҡайтам — Бүреләргә,

Бүреләрҙең бында — ояһы:

Баш Бүре,

Һаҡмар Бүреһе,

Ҡатралы Бүреһе,

Наҙарғол Бүреһе,

Таналыҡ Бүребайы...—

Был тирәлә ана күпме Бүре!..

 Ана ниндәй өйөр булғанбыҙ,

Таралғанбыҙ, донъя тулғанбыҙ!..

 

Инә Бүре алып килгән беҙҙе

Күпме ара үтеп Алтайҙан.

Шунда минең килгән күҙәнәгем,

Бүленәсәк бер саҡ атайҙан.

Бабам Күк Бүрене Тәңре иткән,

Эйәрткәнгә арттан “юл һыҙып”.

Тимер Ҡаҙыҡ тирәһендә нисә

Әйләнгәндер Етегән йондоҙо.

Күк Бүрегә ырыу ҡорбан биргән,

Ҡот һаҡлаусы, изге күргәндәр.

Тау йылғаһын йән төйәге итеп,

Үрсегәндәр, оя үргәндәр.

Ырыу өсөн Күк Ҡорт ҡурғау булған,

Тыныс булған улар һаҡ барҙа.

Ата-бабам сал дәүерҙән алып

Түл йәйгән бит алҡын Һаҡмарҙа...

 

***

Эт олоһа, Әсәй әрләр ине:

— Һай, Алланың ҡәһәр тейгере!

Миңә түгел, үҙ башыңа булыр —

Ҡара башыңды Ҡорт йейгере!..

 

Өй көбәге булып, һыйлы тороп,

Эттең эте ҡурҡа бүренән,

Эттә ҡурҡыу сал тарихтан килә,

Ҡандан килә, йәғни генынан.

Ишетеп эт бүре олоуҙарын,

Сәбәләнә, шыңшый, ташлана,

Асыла бит бүре туғанлығы,

Этлеге лә бергә фашлана.

Үҙен бүре итеп танытырға,

Аҡланырға бүре алдында,

Һалыша ул олоу хәйләһенә,

Булғанда ла хужа һағында.

 

Ҡаршыһында — кеше,

Ә яҡында —

Бүре еҫе, бүре тауышы,

Бахыр эттең хәле шәптән түгел,

Инер ине — юҡ ер ҡыуышы...

Өйҙә олор этте үлтерәләр,

Түгел инде һаҡсы — өй көбәк.

Ул мәхлүктән ҡала бары баҡсы,

Һаҡсы булыуынан бигерәк.

Бүре олоуҙары ҡотон алған

Эт үҙе лә оҙаҡ йәшәмәй,

Йәне юҡтан ҡоро һөлдә ҡала,

Йән сиренән бер кем йәлсемәй.

 

Ояһында эт тә көслө, тиҙәр,

Йыртҡыслығы эттең яртылаш.

Бүрене лә ҡыуған сағы була,

Хужаһы гел барһа артынан...

Олоғанда бүре кеше ҡурҡмай,

Әҙәм бары бер аҙ шомлана,

Иҫкә төшә микән Тәңре Бүре? —

Һағышына зиһен тыңлана.

 

Бүре олоуҙары...

Оҙон, һуҙым,

Уйландырып килә был тауыш.

Серлелеге, шомлолоғо менән

Миңә ниңә яҡын, бик таныш?..

 

***

Рус ғалимы китеп барғанында

Ырымбурҙан Өфө яғына,

Пар аттарҙа, көймә саналарҙа

Йыр тыңлаған юлда яй ғына.

Ҡышҡы оҙон тын юлдарҙы Күсер

Ҡыҫҡартырға теләп йыр менән,

Әкрен генә һуҙған оҙон көйөн,

Ләззәт менән, зауыҡ, моң менән:

 

“Урал тауҙан алып Алтайғаса

Йәйрәп ята башҡорт далаһы.

Йырҙарың күп һинең, моңдарың күп,

Әйҙә йырла, башҡорт балаһы...”

 

Рус әфәнде көймә саналарҙа

Йылы толоптарға уранып,

Йоҡомһорап ҡына тыңлап бара,

Йырып бара уйҙар буранын:

“Урал... Дала... Тағы Алтай тиме?

Бында үҙенең ере тармы ни?

Күпме буш ер ята?! Ниндәй киңлек!

Ситтә бындай ерҙәр бармы ни?!

Эй был байғош башҡорт!..

Бөтә бит был...

Аңламаҫһың — йомарт, бер ҡатлы.

Бер әсмүхә сәйгә ерен һата,

Үҙе ярлы, бер өй, бер атлы.

Әммә сая... Тәбиғәт балаһы...

Хәсрәттәрен йырлап бушата.

Килә әллә ниндәй ҡырағайлыҡ,

Бүре олоуына оҡшаған...”

 

Рус туғаным, рәхмәт, уйҙарыңды

Киләсәккә яҙып оҙатҡас,

Һин тыңлаған Күсер башҡорт йырын

Бүре олоуына оҡшатҡас...

Ул бит һинең өсөн ылау сапҡан,

Әмерҙәрен үтәп Баш йорттоң.

Ул бит минең

ырыуҙашым булған —

Бүре ауылының башҡорто!

Кәмһенмәйем һис тә — олатамдың

Күкрәктәре тулы йыр булған,

Ғорурланам — йыһан яңғыратып

Йырлап барыр сая ир булған!

Булмаһа ла храм,

Китаптары,

Алтын һарайҙары, ҡаҙнаһы,

Уҡый белһәң әгәр,

Уның йыры —

Сәнғәте лә, рухи яҙмаһы!..

 

II

 

Башҡорт Малик ҡыҙы Миңлеямал,

Сығып китеп йәшләй Алтайға,

Мария Михайловна булып йөрөй,

Исем алыштырып ҡартайғас...

Яҙмыш инде, яҙмыш...

Яҙмыштарҙан

Бармы тағы уҙмыш донъяла?!.

Миңлеямал һылыу райком ҡушҡас,

Ер сигенә киткән — Алтай ашҡан,

Ҡаршылашып-нитеп тормаған...

Үәт сәйәсәт! — Илде болартырға

Урал, Ҡаҙағстан  етмәгән,

Үҙәк Комитеттан фарман сыға:

— Алтайҙа ла сиҙәм бөтмәгән!

 

Киткән Миңлеямал Алтайға ла,

Алтай сиҙәмдәрен күтәргән.

Унда ла шул — райком! —

Башҡорт ҡыҙын

Күтәргән бит маҡтап күктәргә...

Һәм күҙләгән балдай башҡорт ҡыҙын

Алсаҡ йөҙлө алтай егете.

Райком өсөн:

(Ситтә ҡалыу ҡайҙа!)

Йәштәр никахы ла

“Башҡортостан — Алтай берлеге...”

 

Онотолған сиҙәм шау-шыуҙары,

Йәшәп киткән йәштәр ал да гөл.

Донъя көтөү — байрам итеү түгел,

Һоғондора барын: бал да көл...

Телдәр яҡын — йөрәк яҡын булғас,

Миңлеямал бик тиҙ өйрәнгән.

Яңы исеменә (суҡынғандай!)

Күнә алмай ғына йөҙәгән...

 

— Алтай —

Башҡорттарҙың тәүтөйәге

тиһегеҙме? Мин дә ышанам.

Әммә бында мине — башҡорт ҡыҙын —

Илем тарта — Башҡортостаным...

Нишләйем һуң?..

Бында — бөтә донъям.

Ғүмер юлдашым да иш иткән.

Ә йөрәгем... алҡымыма килә

“Ғилмияза” йырын ишетһәм...

Имгәкләп үк мин дә ҡайтыр инем

Тыуған яҡҡа — Ҡырҡты буйына,

Боронораҡ булһа...

 

Хәҙер инде

Ҡасып ҡайтыу түгел мудыла...

Шундай мәлдәр була:

Тыуған моңдар

Йөрәгемде була йолорҙай.

Мин дә шунда...

Һыҙып һағышымдан,

Күк Бүреләй булам олорҙай...

Килдегеҙ ҙә бына... онотҡанда

Ҡубарҙығыҙ йәнә йәнемде...

Арағыҙҙа юҡ бит... Алғыр Бүре —

Алыштырыр инем йәремде...

Хәҙер нимә!.. Ҡатын-ҡыҙға Тәҡдир

Төшкән ергә таштай бат, тигән.

Алтай ирем... башҡорт бисәһенән —

Дүрт улыбыҙ! — Күккә баш тейә!

Донъям бөтөн,

Бында барыһы бар:

Машинабыҙ, баҡса, таш йортом...

“Башҡорт тауы”,

“Ҡурай” ауылы бар...

Бер нәмә юҡ — үҙе башҡорттоң...

Миңә Тәңрем шулай ҡушҡан инде —

Мәңгелеккә бында ятырға.

Һарғайтһа ла һағыш,

Һағыныуҙан

Ҡаным тынғы тапмай тамырҙа...

Тәүәккәллек итһәм, эйәртәм дә

Алып ҡайтып китәм балдарҙы...

(Күҙҙәрендә — йәше, үҙе көлә!)

Ҡарап тормам артты-алдарҙы. . .

Бар инде ул теләк: уландарҙы,

Бабайымды алып, Уралға

Бер ҡайтаһы ине, бер илайһы

Тупрағына ятып туйғансы...

Рух йөрөтә мине, рух йәшәтә...

Алданмайым күптән алтынға.

Белуха[1]ға менеп баҫып торһам,

Табанымда тоям: Янғантауҙың

Ташы янамы ни ялҡынлап...

Минең дә гел инә төштәремә

Һеҙ һөйләгән анау Күк Бүре.

Тәңрем ҡабул иткән,

Алтай — күптән,

Тупраҡ тормаҫ мине күпһенеп...

Ни әйтәйем тағы? —

Ҡайталмаһам,

Баш эйегеҙ минән Уралға.

Күк Бүренең рухын рәнйетмәйек,

Алтайыма сәсем уралған...

 

 

***

Иҫләмәй ҙә ҡалдыҡ: бөттө бүре,

Зоопаркта хәҙер яуызың.

Бүренең ни, шулай,

Ашаһа ла, ашамаһа ла ҡан ауыҙы.

“Эт — кешенең дуҫы” тип маҡтайбыҙ,

Гел яман һүҙ — бүре хаҡында.

Эт ҡылығы күсә йәнебеҙгә,

Этлек арта кеше холҡонда.

Баҡсаларҙа аяҡ баҫыр ер юҡ,

Эттәр менән тулды ҡалабыҙ;

Эт менән эт булып,

Бәйле йәшәп,

Эт хәленә үҙебеҙ ҡалабыҙ.

Бар этлектең, үс һәм уҫаллыҡтың

Күсмәгәне ҡайҙа холоҡҡа? —

Бер-беребеҙгә беҙҙе һөсләтәләр,

Хаслыҡ ҡыла туған туғанына,

Күҫәк күтәрә халыҡ халыҡҡа...

Кеше үҙе — тәбиғәт балаһы —

Һәр йәнлектең урынын онотоп,

Әүәҫләнде үҙе йыртҡыслыҡҡа,

Ҡороторға бүре тоҡомон.

 

Һуҙып-һуҙып бүре олоуҙарын

Ишеткәнең бармы, туғанҡай?

Һирәгәйҙе бүре олоуҙары —

Өйөрҙәрен йылда туҙҙырғанға,

Өңдәренә ағыу тулғанға.

Ул осҡостар менән ҡыуып атыу,

Юлдарына ҡапҡан ҡороуҙар,

Премиялар биреп, аусы яллап,

Бүреләрҙе хәтһеҙ ҡырыуҙар...

 

Бүре аулау бара, бүре ҡырыу,

Тере ҡалыу түгел еңелдән.

Күк Бүренең рухын әгәр юйһаҡ,

Рух иреклегенән төңөлһәк,

Тере ҡалыу булмаҫ еңелдән.

 

Алтайҙарҙа Күк Бүре олоһа,

Ишетелә шаңы Уралда.

Алтай, Башҡорт — уның балалары.

Сал быуаттар ята арала.

 

Һаҡмарымда — Бүре ауылдары,

Нәҫелдәре уның — Күк Бүре.

Күк Бүренең әле рухы йәшәй,

Балалары әле теп-тере...

 

1995

 

 

[1] Белуха – Алтайҙа бейек тау түбәһе.