Ҡөрәтелғайын

 

Ҡөрәтелғайын, Ҡөрәтелғайын,

Минең ҡаҙаҡ апаҡайым,

Ҡалаһың тағы далала,

Өләңеңде[1] апҡайтайым.

 

Һағыныуың һағыш булып

Ҡылғандарҙа бәүелә:

«...Ҡырға сығып ҡарайым ауылымды.

Ҡырға сығып ҡарағанда күренмәһә ауылым,

Күк үләнгә түшәйем бауырымды...»

Ах, апайым, ни ҡылайым?.

Ул заман

Шул булғандыр һинең бөтә даланың.

Тамырҙары тауҙа ҡалған ҡайындай,

Урал ҡыҙы,

Үҙең — моңо даланың...

 

Уҙҙы йылдар...

Күҙ алдымда

Аҡ ҡылғандай аҡ һының:

Ҡырға сығып ҡарайһың ауылыңды.

Ҡырға сығып ҡарағанда күренмәһә ауылың,

Күк үләнгә түшәйһең бауырыңды...

 

Ҡөрәтелғайын, Ҡөрәтелғайын,

Минең ҡаҙаҡ апаҡайым,

Өләңеңде — далаң моңон —

Уралыңа апҡайтайым, апҡайтайым...

 

[1] Өләң – ҡаҙаҡ халыҡ лирик йыры.