Хәйбуллаға мәҙхиә

Хәйбуллаға мәҙхиә[1]

 

Далаларым - дауалаларым,

Бишегем доғалары.

Ауылымдың иман нуры

Йәйғорҙай дуғаланыр.

 

Йомабайҙар, Сәйфуллалар

Моңонда - башҡорт йәне.

Яҡуповтар, Ҡаҙаҡбайҙар

Арттырҙы дала йәмен.

 

Сәхрәләргә йәшәү бөркөп,

Хозурлана диңгеҙҙәр.

Ҡырҙарымда тулҡынлана

Туҡ башаҡлы игендәр.

 

Күҙ йәшенең, алтын тирҙең

Әсеһен татығаным,

Күк әремдән илһам табып,

Ижадҡа талпынғаным.

 

Таштуғайым, Шайтантауым –

Йөрәгем дауалары.

Бында минең йейәр ризыҡ

Һәм һулар һауаларым.

 

Далаларҙа - ҡалаларым:

Таналыҡ һәм Арҡайым,

Бишубалар серен сисеп.

Сал тарихты байҡайым.

 

Тыуған яғым — дан Хәйбуллам:.

Ҡурғандарым, ҡылғаным,

Иген иле, алтын иле.

Таналығым, Һаҡмарым...

 

 

 

[1] Юлай Үҙәнбаев көйө.