Башҡортостан

Башҡортостан*

Ғәзиз ерем - шанлы Башҡортостан!

Ҡотло булһын атҡан һәр таңың.

Хеҙмәт шауы тынмай ҡырҙарыңда,

Данлап туймай йөрәк йырҙарым.

 

Рухландыра бөйөк Салауатың,

Әйҙәй беҙҙе изге көрәшкә.

Батырҙарҙан ҡалған хаҡлыҡ уғын

Һалам әле ҡаты керешкә.

 

Халҡым мәңге һөйгән именлекте,

Күҙ ҡараһы күргән Уралын.

Йәшәү йәме - дуҫлыҡ, татыулыҡта,

Тик, туғандар, уяу торайыҡ!

 

Ожмах ерем минең - Башҡортостан!

Сәләм бирә дуҫтар һәр остан.

Йәнде нурлап, яҙмышымды ҙурлап,

Йәшә йырлап, ғәзиз Гөлбостан!

 

Йәшә мәңге, ғәзиз Башҡортостан!

Йәшә мәңге, азат Башҡортостан!

Йәшә мәңге, изге Башҡортостан!

Йәшә мәңге, ғорур Башҡортостан!

 

 

* Наил Шәймәрҙәнов көйөнә махсус яҙылды.