Баҡый
Ҡәләмдәшем, нәшриәттә оҙаҡ йылдар
бергә эшләгән хеҙмәттәшем,
яҙыусы Сабир Шәриповҡа
I
Тәбиғәттең илаһи был мәле —
Ҡужайыңдың[1] теле асылған,
Шешәнәгең[2] моңло йырын һуҙа,
Һин ҡайтҡанға Еҙем шашынған.
Өмөй ташың[3] күҙ йәштәрен түгә,
Бизмәнтауың үлсәй хәлемде,
Берторомоң[4] бер батырҙай баҫыр,
Устарыма йомһам йәнемде.
Алабейә менән Ҡаҙаяғың
Ихлас әйҙәй мине башына.
Бөгөн Ирмәк[5] батыр тоҡомдары
Тарих яҙа Урал ташына...
II
Шундайын бер ауыл ҡалһын ерҙә:
Электрһыҙ, күпер һәм асфальтһыҙ.
Һаҡланһын саф йола, иман, әҙәп,
Тик ҡалмаһын кеше йортһоҙ, атһыҙ.
Башҡорт генофонды өсөн генә
Ауыл ҡалһын әле иң төпкөлдә.
Милләтемә яңы ҡот өҫтәргә
Тере ҡуҙҙар ятһын иң төп көлдә.
Бер кемде лә аяп тормай Ваҡыт,
Яңы быуат инде ишек шаҡый.
Иң-иң изге теләк һиңә, Баҡый,
Йәшә ерҙә шулай ғүмер баҡый!
III
Маҡтау, шау-шыуҙарҙың насар яғы-
Йылы ергә йылан эйәләй, ти,
Донъя тулы турист,
Баҡыйҙы ла
Ашап бөтөрөрҙәр көйәләй, ти.
Тапап бөтөрөрҙәр хуш еҫ бөркөр
Еләк-емеш тулы болондарын,
Ҡырып бөтөрөрҙәр йөҙәр йыллыҡ
Ҡарағайлы ҡалын урмандарын.
Һөттәй һауа,
Балдай татлы һыуҙар,
Айыуҙар төбәге,
балыҡлы ер...
Маҡтаныр ҙа,
Ғорурланыр ҙа ир,
Әгәр ерҙә булһа Баҡыйлы ил!
1998, июль.
[1] Ҡужай - Баҡый ауылы эргәһендәге йылға.
[2] Шешәнәк -- Баҡый ауылы эргәһендәге йылға
[3] Өмөй ташы – Өмөгөлсөм исемле ҡатын хөрмәтенә аталған бейек ҡая.
[4] Бертором, Алабейә, Ҡаҙаяҡ — Оло Шешәнәк йылғаһы буйындағы ҡаялар
[5] Ирмәк батыр — Баҡый ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, кирәй-ҡыпсаҡ ырыуы батыры