Атай йәшен йәшәгәндә

 

Һин ни бары утыҙ өстә саҡта

Инеп киткәнһең яу-уттарға.

Илгә һөйөүеңде штык менән

Ебәргәнһең яҙып хаттарға.

 

Ғүмереңде күпер иттең: «Улым

Тамуҡтарға төшмәй үтһен»,— тип.

Рәхмәт, атай, үттем упҡынды ла,

Тик мин үткәс,

яндың, күперем!..

 

Атай, минең ҡулға тормош тигән

Эстафета — быуын маяһын

Тапшырҙың да ауҙың.

Еңеү нурын

Күргәс ауыу ниндәй аяныс!

 

Бына инде, һинең йәште йәшәп,

Баҫып торам рухың ҡаршында.

Һинең алда һынау бирәм кеүек,

Күҙ алдыңа теҙеп барын да.

 

Атай, миңә һаман һин йәш көйө.

Беҙ — йәштәштәр, күрсе: йәш-тәш-тәр!

Арала тик... утыҙ өс йыл ята.

Сәйер: атай һәм ул — тиңдәштәр!

 

Һин йәш бөгөн — һаман утыҙ өстә,

Миңә тулған саҡта утыҙ өс.

Һине күрмәй үҫкән кинйәң бөгөн

Утыҙ өстә һаҡлай утлы үс

Ерҙә ҡалған фашист фетнәһенә,

Азатлыҡты быуған хунтаға.

Ил убырға килгән аждаһаны

Хаҡлыҡ ҡылысым өҙөр уртаға!

 

Һин төҙөгән, миңә ҡалған тормош

Ныҡ ебәрҙе ергә тамырҙы.

Һинең һабан һабын һыуытманыҡ,

Һинән ҡалған ңигеҙ яңырҙы.

 

Ҡайҙа барһам, гел һин минең янда,

Һине тоям гел дә үҙемдә.

Һинһеҙ ҡайтҡан яуҙаштарың һине

Күргән кеүек була күҙемдә.

Берсә

һин ҡайтҡанһың кеүек күптән,

Беҙҙең арала гел йөрөгәндәй.

Эшкә китергә тип, Ураҙайҙан[1]

Ат етәкләп ҡайтып килгәндәй.

 

Берсә

таңда ишек асырға тип,

Ҡаршы сығам йүгереп-һаташып...

Берсә

контузиянан һуң саҡ айнығып,

Окобыңдан сығып, таллыҡтарҙа

Йөрөйһөңдөр кеүек аҙашып...

 

Бына инде, һинең йәште йәшәп,

Баҫып торам рухың ҡаршында.

Һинең алда һынау бирәм…

Ә һин

Шаһит эштәремдең барыһына.

 

Ғүмереңде, атай, дауам итәм,

Бер һыҡтаныу минән ысҡынмаҫ! –

Ут эсенә мин инергә әҙер,

Ут эсенән тик бер ҡысҡырһаң!..

 

[1] Ураҙай – Таналыҡ буйындағы туғай, элекке ауыл урыны.