Ата-Бәйет (Аталар ҡәберлеге)

ХХ–ХХI быуаттарҙың бөйөк яҙыусыһы

Сынғыҙ Айтматовтың яҡты иҫтәлегенә

 

I

 

“Бәйет” – ҡырғыҙҙарҙа ҡәберлек, ти,

Әҙәмдәрҙең һуңғы төйәге;

Туғандарҙың ята мавзолейҙа

Изгеләрҙән изге һөйәге.

 

Иҫке төрки телендә ул – Алла[1],

“Бәйет” – алла йорто, баҡый йорт;

Хоҙа ҡаршыһына уҙғандарға

Бағышлана бәйет – һағыш–йыр.

 

“Бәйет” – хаҡлы алла йорто икән

Һайлап алынғандың тәңрегә,

Бәйет – мәңге хушлашыу ҙа йыры,

Ҡолаҡ һалһаң моңло көйөнә.

 

Башҡорттарҙа бәйет

Бала саҡтан

Тыңлап үҫкән таныш моң даһа!

Кисен әсәй бәйет һуҙыр ине,

Апайҙарым шып–шым тыңлаһа…

 

II

 

Сынғыҙ аға!

Өндәшкән мин – дәүерҙәшең,

Уралымда һине күргән ҡәләмдәшең.

Башҡортостан, Мостай Кәрим дуҫың булды,

Дуҫлыҡ йорто – аҡ тирмәбеҙ ҡотло, нурлы.

 

Халҡың яҡын, һүҙең ялҡын йөрәктәргә,

Бындай далан – яҙмыш төшә һирәктәргә.

Нисәмә кис, бәйет яҙам, йөрәк һыҙа,

Һеҙҙең ятҡан ерегеҙҙән уйҙа уҙам.

 

“Ата Бәйет” – Айтматтар ҡәберлеге,

Ҡырғыҙҙарҙа төбәктең бер ҡәҙерлеһе.

Төрөкул ҡарт! Ҡәберең ине билдәһеҙ,

Ир ҡашҡаһы булғанда ла киң илдә һеҙ.

 

Әле инде улың менән икәүһегеҙ,

Баҡый йортта бергә донъя көтәһегеҙ.

“Ата–Бәйет” – һабаҡ бирер изге урын,

Әүлиәләр әшкәртәме, һибеп нурын?..

 

III

 

Ҡырғыҙ иле, Манас моңо, Сынғыҙ йыры –

Илдән–илгә, телдән–телгә илсе юлы.

Билдәһеҙлек йонсотҡанда ҡалһам йырһыҙ,

Ҡулға алам китабыңды, бөйөк ҡырғыҙ!

 

Һинең һүҙең, Сынғыҙ аға, – ижад тыуы,

Сәскәнеңдән ерҙә яңы сәсән тыуыр.

Һеҙ ҡалдырған усаҡтарҙың тере ҡуҙы

Баҙлай, дөрләй, ләүкей яңы өмөт тулып.

 

Халҡың зары, ил яҙмышы бәйет булып,

Тарих булып йөрәгеңә уйылғаны;

Дала иңләп, тауҙар ҡырлап таралғаны,

Бауырҙаштар зиһененә һарылғаны…

 

“Ата Бәйет” ҡурсаланыр илең барҙа,

Бөйөк Манас яңғыраған телең барҙа.

“Ата Бәйет” – Айтматтар аманаты,

Бар донъяны уйға һалыр даны, аты…

 

IV

Олатамдың йәне ниңә ҡатмаһын –

Тыуған ерҙә уға ҡояш атмаған;

Таналыҡтан һыу ҙа эсә алмағас,

Ирендәре көйөп, ярылып сатнаған.

 

Олатайым Шәмсетдинде Себерҙә

Сереттеләр һис бер ғәйепһеҙ көйгә.

Уның йөрәк уты менән иретеп,

Таш күмерҙе сығарҙылар күп итеп.

 

Черемхауҙың зыяраттарын ҡараһаң,

Йөрәгеңә һары һағыш һарыла.

“Рәхмәтуллин, Төхвәтуллин, Ишемов…“ –

Һәр береһе мине белгән кешеләй

Ялбарышып ҡарай ҡәбер таштары,

Илдән алыҫ ҡалған ғәзиз баштары.

 

Бабаларым яҡшылыҡҡа инанған,

Һүнгән шәме баҡый йортта тоҡанған.

Уралынан алыҫтарҙа табыштыҡ,

Әруахтары тапһын бер үк тыныслыҡ.

 

Төрөкул да Сынғыҙ менән серҙәштәр,

Аллаһыбыҙ ҡушыуылыр – гүрҙәштәр.

“Ата Бәйет” – һуңғы бишек, баҡый йорт,

 Яңғыраны бәғер телер бәйет–йыр…

 

V

 

Ҡырпағайҙа башланды йыр, ҡырпаҡта,

Елгәнендә ғүмер ҡуян ҡурҡаҡтай.

 

Осрағанға “Ата Бәйет” юлымда,

Хоҙай һонған йырлы ҡаурый ҡулыма.

 

Бәйет һуҙҙым моңһоу заман көйөнә,

Өмөт шәмем леп–леп яна күңелдә.

 

Бәйет тамам аҡъюлайҙа, аҡ юлда

Саба буран, туҙҙырып та аҡ ялдар.

 

Ер яҡтырҙы – мамыҡ яуҙы өнөмдә

Аҡ болоттан – Сынғыҙ тыуған көнөндә[2]

 

Амин.

 

ноябрь - декабрь, 2013 йыл.

[1] Bajat - бог (алла). Мәхмүт Ҡашғари. “Дивану лөғәт–ит төрк”. “Собрание тюркских наречий (языков)”. 1072 – 1074 гг. 520, 6.

[2] Сынғыҙ Айтматовтың тыуған көнө 12 декабрь (аҡъюлай).