Топшур

Топшур[1]

 

Эй, Танысбай, көйләп  ебәр

топшурҙы,

Күңелдәргә яҡын  булған

тап йырҙы,

Табын йәмле йыр-моң һөйгән

дуҫтарҙа,

Дилбегәне улар һиңә

тапшырҙы.

Ғой,  ғой-ғой-ғой-ғой-ғой!..

 

Эй, Танысбай, ярһыт әйҙә

топшурҙы,

Ҡыҙҙар йөрәген  уятыр

тап йырҙы,

Булһын йырың: йән йәшәртер

һөйөүҙе

Йондоҙҙарҙа булғанда ла

танырҙай.

Ай, ай-ай-ай-ай-ай!..

 

Эй, Танысбай, нығыраҡ сирт

топшурҙы,

Егеттәргә оран булыр

тап йырҙы,

Ере өсөн йәнен фиҙа

ҡылырҙай,

Халҡы өсөн ал ҡан булып

тамырҙай.

Һай, һай-һай-һай-һай-һай!..

 

Эй, Танысбай, дәртлерәк ҡаҡ

топшурҙы,

Юҡһа ҡарттар инде ҡулын

ҡаушырҙы,

Бер һелкенеп, иҫләһендәр

дарманды,

Бер елкенеп күңел асыр

тап йырҙы.

Вай, вай-вай-вай-вай-вай!..

 

Эй, Танысбай, мәжлес һиңә

тапшырҙы

Күңел ҡошо, табын йәме —

топшурҙы.

Көйләп,  иңрәп рух донъяһын

алтайҙың,

Беҙҙе  алыҫ  быуаттарға

ашырһын...

Ғой, ғой-ғой-ғой-ғой-ғой!..

 

[1] Топшур – алтайҙарҙың ике ҡыллы музыка ҡоралы.