Әхиәр Хәкимовтың премияһы уның ижадын пропагандалаусыларға тапшырылды

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Дәүләкән районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың 85 йыллығына арналған тантаналар уҙҙы.
Төп сара район Мәҙәниәт һарайында үтте. Фойела яҙыусының йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре юбилей күргәҙмәһен ойошторғайны. Байрамда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Тамара Искәндәриә, шағирә Рәсимә Ураҡсина ҡатнашты. Яҙыусылар юбиляр тураһында яҡты хәтирәләр менән уртаҡлашты.
Тантана сиктәрендә, район хакимиәте булдырған Әхиәр Хәкимов исемендәге премияны тапшырҙылар. Ул тәнҡит һәм тәржемә номинацияларында 2014 йылдан алып биш йылға бер тапҡыр бирелә. Абруйлы конкурс комиссияһы, тикшеренеү эшмәкәрлегенең әһәмиәтен иҫәпкә алып, беренсе премияны яҙыусының ҡатынына тапшырырға ҡарар итте. Лидиә Хәкимова яҙыусының әҙәби мираҫын һаҡлап ҡалыуға һәм өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән. Ҡыҙы менән бергә ул күп йылдар дауамында материалдарҙы йыйған, ҡараламаларҙы уҡыған, яҙыусының тәүге әҫәрҙәрен баҫтырыуға күп көс һалған.
Премияның икенсе лауреаты – Гөлфирә Ғәскәрова, «Балҡантау» дубляж гәзитенең тәржемәсеһе. Ул күп йылдар буйына республика гәзиттәре һәм журналдары биттәрендә баҫылған башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәрен тәржемә итеү менән шөғөлләнә.
Байрам саралары Яңы Йәнбәк ауылында, яҙыусының исемен йөрөткән мәктәптә дауам итте. Уҡыусылар байрам ҡунаҡтарына яҙыусының әҫәрҙәре буйынса театрлаштырылған тамаша күрһәтте.
Әхиәр Хәкимовтың юбилейына арналған тантаналар Дәүләкән районында «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны программаһына инде, тип аңлаттылар район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.
Әхиәр Хәкимов (1929-2003) – яҙыусы, шағир, тәнҡитсе, әҙәбиәтте өйрәнеүсе, тәржемәсе, уҡытыусы, Максим Горький һәм Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты.
Читать полностью: http://www.bashinform.ru/bash/660860/#ixzz3DZGqKlMo