ҺАБАҠ Поэма

“Иманыбыҙ һәм азатлыҡҡа булған мөхәббәтебеҙ беҙҙе һәр ваҡыт ҡотолоу юлдарына сығарыр һәм алға өндәр…”

Әхмәтзәки Вәлидиҙең
“Башҡорт халҡына хушлашыу хаты”нан.
1923 йыл.

Хөрмәтле уҡы­тыу­сыларыма – педагогия хеҙмәте ве­те­рандарына — оло рәхмәтем билдәһе итеп.

Автор.

Инеш

Күңелдәрҙе тартып,
саҡырып тора,
Ябай ғына ауыл мәктәбе.
Фатихаһын бирҙе ҙур тормошҡа,
Беҙгә булды белем Мәккәһе.

Серле лә ул, олпат, яғымлы ла,
Тыуған йортом кеүек яҡын да,
Дәртләндереп һөйҙө арҡамдан гел,
Көс тә бирҙе, кәңәш, аҡыл да.

Киләсәккә яҡты уй-хыялдар
Мәктәбемдә тәүләп яралған,
Ҡанатланып унда,
Күпме ҡошсоҡ
Ил өҫтөнә осоп таралған!

Ҡайтҡан һайын оҙон юлдар урап,
Килеп инәм һинең ҡосаҡҡа,
Әсәйемдәй,
алсаҡ нурың һирпеп,
Ҡаршылайһың һүнмәҫ усаҡтай.

Замананың ҡара дауылдары
Ябырылған саҡта аңыма,
Тоғро дуҫым – мәктәбемә инеп,
Һабаҡ алғым килә яңынан!..

1

Хөрриәт, тип олатайҙар
Йәнен-тәнен фиҙа ҡылған.
Улар мираҫ иткән юлды
Дауам итеү һеҙгә яҙған.

Кәрең ҡайтҡас тояһыңдыр
Ҡәҙерҙәрен ғүмерҙәрҙең.
Терелә бит, ел дөрләһә,
Усаҡтағы күмерҙәр ҙә.

Һеҙ яндығыҙ, ҡуҙландығыҙ,
Ялҡыны усты өткәндәй.
Баҡһаң, йылдар елдәй елгән,
Ғүмер офоҡҡа еткән дә…

Шанлы оҙон юлдарығыҙ
Булды тура ла, урау ҙа.
Кисергәндәр һәм күргәндәр
Ҡайтауаз булып урайҙар.

Майшылданы баҫҡыстары
Ҡатмарлы, шаулы тормоштоң,
Өттө уты, тейҙе һоғо,
Тән ҡурылды, бер ҡорошто…

Ил күргәнде күрҙегеҙ ҙә
Үҙ ояғыҙҙы үрҙегеҙ,
Йөрәккә илде төрҙөгөҙ,
Хөрмәттә хәҙер үҙегеҙ.
Кинотаҫмалағы кеүек
Ғүмерегеҙ – күҙ алдымда.
Уйҙарыма ут тоҡанды,
Күңелемә ҡуҙ алдым да!..

2

Һөнәреңдән уңдың, уҡытыусым! –
Теләк көслө ине самаңдан,
Мөғәллим дә,
Йәмәғәтсе үҙең
“Күтәрелеш” тигән заманда.

Күпме кеше:
Йәше-ҡарты, бала
Күрҙе икән һинән изгелек!?
Нисек түҙеп, туҙмай ҡалғанһыңдыр,
Һәр береһен тыңлап, күҙгә элеп!?

Фирҡә фекере ҡанун булған саҡта
Алғы сафта барҙың юлдарҙа.
Ватаныңдың булдың тоғро улы,
Ихлас ине ул саҡ йырҙар ҙа:

“Алға, тибеҙ, алға,тибеҙ,
Алға табан барабыҙ.
Алға барырға ҡушҡан бит
Беҙгә Ленин бабабыҙ…”

Алға бармай ҡара! – Ярлыҡ әҙер:
“Саботажник”, “дошман”… кәмендә!
Яңы заман ҡуры – ҡаныбыҙҙа,
Ҡайнағанда һәр кем йәнендә;
Революция еле быуындарға,
Елегеңә тиклем үткәндә. –
Беҙ Советтың ҡамыры ла инек,
Ҡоросо ла булдыҡ замандың;
Беҙ “Атай”1ҙың ҡолдары ла инек,
Ҡулдары ла –
СССР тигән “Бапаҡ”тың.

Ғибрәт инде:
Океан аръяғында
Бәғзеләргә булдыҡ “Бапаҡ” та,
Сабыйҙарын тымыҙырға булһа,
Беҙ – “Ҡарасҡы”, “Өрәк”, “Ҡапаҡ” та.
Янауҙарҙы, яла-ялғандарҙы
Йәлләмәне улар алышта,
Хыялдары:
СССР тигән дәү дәүләтте
Пыран-заран итеү барышта…
Хикмәт ябай:
Донъя барған, бара,
Ерҙән ниҙәр генә уҙмаған! –
Ҡағанаттар,
Алтын Урҙа,
Империялар
Булған туҙан…
Ваҡыт туҙмаған…
Юҡ, Ил – беҙҙең өсөн “бапаҡ” түгел,
Бары һабаҡ – сиккән михнәттән.
Йәшлегегеҙ, хаҡын һорап тормай,
Ил тип янды ялҡын-хеҙмәттә.

“Кодекс”2 тип баштар ҡатҡанда ла
Һүҙ тигеҙмәнегеҙ Ватанға,
Башҡорт өсөн Ватан – изге тойғо,
Һүнмәҫ ҡояш бер үк ҡатарҙан!

Тоғро булған уға боронғолар,
Аманаттай күргән атайҙар.
Тыуған ерен ғәзиз күргән кеше
Алыштырмай уны, һатмай ҙа.

Күпме ҡорбан биреп, ҡан-йәш түгеп,
Көлдән гөлгә әйләнгән илебеҙ
Килеп инде яңы һынауҙарға,
Яңы һынылышта көнөбөҙ.

Ҡаҡшаманы һеҙҙең көрәштәрҙә
Ҡорған илдең иҫке нигеҙе.
Шул нигеҙҙә йәшәү – инерция,
Тиҙлеге лә тора һиҙелеп;
Вагон тәгәрмәсе рельстарға
Һуҡҡан һымаҡ,
Тамырҙарҙа һуға өҙөлөп…

Быуат-быуат, быуын-быуын килә,
Ҡотолғоһоҙ уҙа замана…
Ай-һай тупланырмы был Рәсәйҙә
Ил ҡотайтыр алғыр команда?!.

Мәғариф ветеранының әйткәне:

– Заманында астыҡ күпме мәктәп!
Тотош район – төҙөлөш майҙаны!
Әллә халыҡ үҙе тырыш булды,
Хеҙмәтенең күреп файҙаһын?

Ер балаһы ерҙән ерәнмәһен,
Ҡыр эшенә ихлас өйрәнһен.
Текләүҙәме хикмәт компьютерға? –
Айырмаһа тырма-төрәнде,
Танымаһа ҡамыш-күрәнде…

Аңда ана ниндәй алға китеш?!
Заманы ла етеҙ, дауыллы…
Бала түгел, ата-әсә белмәй
Кем ҡулына ҡалыр ауылы?
(Тере ҡалһа әле ауылы?!)
Ҡара иҫәп минең:
Кесе йәштән
Шөғөлләнһә бала мауығып,
Ер яратыр, һаҡлар ауылын;
Атаһынан күреп уҡ юныр ҙа
Инәһенән күреп тун бесер.
Тормағандай ҡурҡып ҡара эштән,
Тормош ЕГЭ3-һын да шәп кисер.
Бала күңеле булмаҫ гел далала,
Әгәр булһа атай – өйһөйәр.
Күҙҙең яуын алыр сәскә үҫер,
Әсә булһа әгәр гөлһөйәр.
Торғонлоҡтан былай яманыраҡ
Рухиәттә барған бөлгөнлөк,
Ауылдарҙың тамырына балта
Сабыу түгелме ни:
Эшһеҙлек?
Эскеселек?
Ситкә ер һатыу?
Мигрант яуы?
Мәктәп ябыуҙар?..
Донъялары китте кирегә…
Ҡиммәтләнә барған һайын йәшәү,
Бай байыға, түрә һимерә…

Эшкинмәгән көтөүселәр ише
Беҙ торабыҙ,
Гүйә, бүреләрҙән
Һарыҡтарҙың башын ашатып!
Тимәк, һаман да беҙ онотабыҙ
Зәки Вәлидиҙең васыятын.

Дин вә телебеҙҙе һаҡлар өсөн
Ғәйрәт сарыф итеү ҡайҙа ул?!
Рухи усаҡтарҙы дөрләтергә
Табылырмы берәй сараһы?..

***

Әсәм – ураҡ,
Атам – сүкеш
Булғанда таралманыҡ.
Заман утында сыныҡҡан,
Алыштарында утыҡҡан
Беҙ – совет балалары.

Ҡай берәүҙәр әйтә лә ул:
“Замананан уңманыҡ,
Яңы капитализмда
Рәхәт йәшәп булмаҫтыр…”

Ҡарт(а)тайҙар капитализмда
Йәшәгәндәр – нисауа!
Булғандар беҙҙән нығыраҡ,
Тапҡандар, тимәк, сара!?

Капиталист булмаһаҡ та,
Беҙ ҙә йәшәрбеҙ әле,
Замандарҙың яңыһына
Бергә күсербеҙ әле…

3

“Барыһы ла үтте…” – тимә әле,
Ҡул һелтәмә әле, ветеран!
Беләһең бит:
Уғыбыҙҙың сәпкә
Барып тейер юлы бик урау.

Ҡоро ерҙә ҡара дауыл ҡубыр
Хәтәр юғалтыуҙар һағалайҙыр:
Рухиәттең иң төп тотҡалары –
Тарихтың,
Мәғарифтың,
Мәҙәниәт,
Әҙәбиәт,
Матбуғаттың
Тере усаҡтары һүнере,
Йөрәкте ут ялмап алыры…

Барлыҡ донъя беҙҙең мәғрифәтте
Танығанды туҙҙыр, боҙ инде!
Битарафлыҡ, әллә бисаралыҡ,
Енәйәтме?.. – Ҡарап тор инде…

Кем әмерен үтәп ҡыйратабыҙ
Төҙөгәнде быуат тирәһе?
“Оптимизация” тигән һылтау
Кәрәктәрҙе беҙҙең бирәһен,
Уҡытасағын да иманды,
Белә-күрә ҡаршы тороп булмай!
Мәктәп бөткәс – ауыл юҡ инде.
Ауыл бөткәс,
Хәлдән тайған халыҡ
Яу ҡырында һынған уҡ инде!..

***

Таштай ауыр уйҙар йөгөн тейәп,
Киләм, ағай, һинең тирмәңә.
Бөләңгерт бер өмөт менән киләм:
“Саҡырып алһаң беҙҙе тирәңә,
Бәлки, әле бигүк һуң түгелдер,
Һабаҡтарҙан – эшкә мөҙҙәттер?
Дарман да бар – аттар эйәрләтер,
Дәрт һүнмәгән – юлды күрһәтер…”

Кәңәш бирсе, ағай, ни ҡылайыҡ?
Килер дәүер ҡайҙа елгәрер?
Ваҡ халыҡ та – ул ваҡ балыҡ түгел,
Аҡ һарыҡ та түгел милләтем!..

Һорауҙар күп,
Ғүмер генә берәү.
Ғүмер ҡыҫҡа, ваҡыт һанаулы.
Ҡурҡабыҙ ҙа ҡапыл, сигенәбеҙ,
Ҡанатһаҡ та ҡай саҡ танауҙы.

Әйтмәгәндәрҙер ул юҡҡа ғына:
“Башҡорт аҡылы (шул) һуң төшә”,
Үҙен үҙе йыуата ла тағы
Әйткән була:
“Һуң төшһә лә, туған, мул төшә!”
Беҙ бит әле майҙан тоторлоҡ та,
Үкенмәйек тиһәк, һуңынан,
Рухыбыҙҙы әгәр һаҡлай алһаҡ,
Тарих атмаҫ беҙгә ҡушкөбәктән,
Киләсәк тә атмаҫ тубынан!

Мөғәллимдәр!
Бөгөн ил теҙгене
Өтмәһә лә һеҙҙең ҡулдарҙы,
Һеҙҙең зиһен сыраҡ кеүек дөрләй,
Яҡтыртып та барыр юлдарҙы…
Һибә ҡояш ергә йәшәү ҡотон.
Беҙгә ҡулай һиллек, тыныслыҡ,
Ҡибла итеп ғүмер һабаҡтарын,
Яулап еңеү яуһыҙ, ҡылысһыҙ…
Отоп ата-баба яугирлеген,
Күкрәк кирһен әйҙә йәш әрме!
Йәнгә ҡанат ҡуйыр йыр ишетәм,
Ысын башҡорт йырһыҙ йәшәрме?!.
“Уралҡайҙан бейек, ай, тау булмаҫ,
Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.
Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған
Ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ…”

Шул йыуаныс:
Тиңе булмағандай
Ожмах еребеҙ бар донъяла.
Аллаһ ҡушыуылыр –
Айбар рухлы
Башҡорт халҡы йәшәй Уралда.

Замандашым!
Көн итмештә отоп,
Рухиәттә ҡуйма отолоп!
Атлы башҡорт етмәгән ер бармы?! –
Беҙ бит – аҫабалар тоҡомо!

Ағайҙарым!
Һеҙҙе йыуатыу ул –
Халҡымды ла бергә уятыу.
Өҙөлөүе халҡым өмөтөнөң –
Илемде лә булыр юғалтыу.

Йыуатыуым, юҡ, һис йәлләү түгел,
Күңел йомшартмаһын йыуатыу.
Һауаланып, бер үк онотмайыҡ:
Битлек кейгән яңы тәфтиләүҙәр
Быуыр илде, ҡан-зар илатып…

4

Советник һәм баҫҡаҡ Татищевтар
Ун һигеҙенсе йөҙ башында
Башҡорт илен ҡанға батырғас та:
“Бөттө башҡорт!
Бөттө, башҡаса
Баш күтәрә алмаҫ һис ҡасан!..” –
Тип яҙһа ла, ыуып итләс усын,
Бөтмәне һис халҡым, бөтмәне!
Үс иткәндәй ҡанһыҙ йәлләттәргә,
Аҡ тамырҙай
тағы үрсене,
Бөтмәне!
Һәм бөтмәҫ!
Көтмәгеҙ!..

Беҙҙең халыҡ – бик боронғо ҡәүем,
Һабаҡ алған шанлы тарихтан,
Уралында күпме юл бар – шунса
Каруан килгән һәр дүрт тарафтан.

Аманатҡа үҫкән шәжәрәнең
Тамырҙары – мәғрур Уралда;
Төйәген ул йәне кеүек күргән,
Уралҡайы – йорт та, ҡорал да.

Беҙ – ырыҫлы халыҡ.
Даланыбыҙ –
Йөрәктәрҙән сыҡҡан йыр-моңда,
Йәшәүгә сәм биргән ҡобайырҙа,
Йәшәүгә дәрт өргән ҡурайҙа.

Башҡорт һуҙған моңло оҙон көйөн,
Оҙонлоғо булған Уралдай.
Башҡорт өҙә баҫып бейегәндә
Ишетелеп торған Аралда.

Ҡурай, ҡобайыр һәм моңло йыры,
Ут сәсрәтер сая бейеүе –
Урғып сыҡҡан керһеҙ күңеленән
Уралына ҡайнар һөйөүе!..

5

Ҡарт көнөңдә, ятып гөл-баҡсаңда,
Тыңлайһыңмы, ағай, тынлыҡты?
Иҫеңә төшөп көҙгө кәңәшмәләр4,
Күҙҙәреңә йәшме тыйлыҡты?
Тын ҡалаһың, ағай,
Уй үрепме,
Һил йүгереп әллә башыңа?
Һин беләһең, аныҡ минең баһа:
Илдең һинең һымаҡ ағалары
Ҡаҙаҡ ҡағыр Урал ташына!
Һеҙ бит әле, шөкөр, арабыҙҙа –
“Патриотик мәктәп” бөткәндәр,
Йәш-елкенсәк өсөн тәжрибәгеҙ
Күпме быуындарға еткәндәй!
Һеҙҙең ҡеүәт ҡулда түгел,
Аңда! –
Аҡылығыҙ
Иҙел булып урғып ташҡандай.
Теләктәрҙе үргә еткерергә
Арағыҙҙа тик юҡ башҡандар5.
Өндәшмәүеңдән дә алам һабаҡ –
Һеҙҙән, илдән, бола замандан…
Бәлки, бер саҡ Тарих һорау алыр
Беҙҙең быуынды ла яманлап.

Бер “фәйләсүф” уҡый ғүмер буйы,
Тик һай йөҙә тормош фәнендә.
Бер ҡыш ҡына һабаҡ алған әсәм
Үҙләштергән
Ғүмеренә етер фәһемде.

Мәлем еткәс, мин дә һабаҡ алдым,
Офоҡтарҙың астым ҡабағын.
Әммә мәктәп кенә бирмәй икән
Һиңә кәрәк тормош һабағын.

Ниңә әҙәм һабаҡ алмай икән –
Уҙған юлда күпме хаталар?!
Улар һүнмәй тарих яланында –
Торомбаштай аунап яталар…

Ялғанғандай заман замандарға,
Быуындарға быуын бәйләнгән.
Һеҙҙең бәғзе аҙап ҡалған мәлдә
Беҙҙең дә бит баштар әйләнгән.

Заман заңы башҡа, тиһәләр ҙә,
Әүрәтеүҙән, йүкә шыналарҙан,
Вәғәҙәләрҙән әҙәм ялыҡҡан…
Төшөнкөлөк йәнде өшөткәнгә
Китте рухым бер аҙ һалыҡлап…
Коммунизмға был йыназамы? –
Ниндәй осор осто мөрйәгә!..
Беҙгә ҡәҙәр ҙә бит күпме тарих
Һыуға батҡан, утта көйрәгән…

Ниндәй аҡыл! – Хатта Вәлиди ҙә
Торалмаған ҡаршы мәкергә.
Әммә биргән һабаҡ:
“Бөлгәндә лә
Батыр даны ҡалһын хәтерҙә!”

Бахырлыҡта түгел,
Батырлыҡта –
Беҙҙең осош, беҙҙең еңеүҙәр.
Сикләү ҙә юҡ,
Сөйләү ҙә кәрәкмәй
Күңел донъяһына инеүгә...
“Муллыҡ иле итәм!” – тине берәү
Телен-моңон һөймәй төбәктең.
Әй фәҡир йән!
Нисек ил байыҡһын,
Айырмағас емдән кәбәкте?!

Ҡырға эшкә йырлап йөрөгән халҡым
Йыр-моң менән еңде танкты!
Бөтөр уның телен, йыр, ҡурайын, –
Юҡ итәйем тиһәң халыҡты!..

Тәбиғәттән тыуған йырсылығы,
Сәсәнлеге, рухи хөрлөгө.
Башҡортто һин айыр Уралынан –
Тигеҙ ерҙә китер һөрлөгөп!

Нағыҙ башҡорттоң бит бар донъяһы –
Йырҙа, моңда, ҡурай, бейеүҙә!
Уралҡайын йәндән артыҡ күреү
Милләткә көс биргән һөйөүҙә.

Менталитет – булмыш, асыл, холоҡ…
“Кем һин?” “Ниндәй?” – Ассы үҙеңде.
Йырын тыңла,
Шунан ғына өйрәт, –
Ошо ябай һабаҡ түгелме?!.

Йыр ул – йәмғиәттең барометры,
Кеше күңеленең торошо.
Бар үлемһеҙ йырҙар!
Бар – бер көнлөк…
Йәшәтергә тырыш-тырышма.
“Уҙған заман йыры – һүнгән күмер” –
Тәү ҡарашта ғына шулай ул,
Осҡон ғына төшһөн шул күмергә –
Ялҡын булып хәҙер тулай ул!

Йыр йылыһы һеңгән күңелебеҙгә,
Күкрәүҙәре
Ҡалғанда ла йылдар артында…
Яңы дәүер һуҙа яңы йырҙар,
Әҙәп, әхлаҡ юҡ тип, тартынмай…

Борсомасы, ағай, ҡарт йәнеңде,
Булма гел ҡороулы уҡ-һаҙаҡ!
Тирмәңдә ҡор йыйыу яҙыҡ түгел,
Остаз ялға китмәй – бир һабаҡ!..

Һуңлап килгән миҙал

Һуғышта күрһәткән батыр­лыҡ­тары өсөн байтаҡ яугирҙе орден-миҙалдарының йылдар үткәс эҙ­­ләп табыуын ишеткәнегеҙ бар­ҙыр. Тыныс тормошта ла булғылап ҡуя ундай хәлдәр. Күптән түгел Биш­бүләк районы хакимиәте баш­лығы Наил Ғатауллин Баш­ҡорт­остандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайға Фәтих Кәрим исемен­дәге премияның миҙалын тап­шыр­ҙы. Шағир был баһаға байтаҡ йылдар элек Рим Хәсәнов менән ижад ителгән “Бишбүләгем” йыры өсөн 2009 йылда лайыҡ булғайны. Халыҡ араһында был йыр киң таралған, уны башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш телдәрендә башҡаралар.
Шуны әйтергә кәрәк: Фәтих Кә­рим исемендәге премия хәҙер Рәсәй ки­м­әлендә тапшырыла. Был бүләккә Та­тарстандың, Сыуаш­стан­дың кү­ренекле шәхестәре лайыҡ булған.

С. НӘЗИРОВ, Баашҡортостан гәзите, http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/17846-im-aralbay-bashortostandy...