Балта менән эшләгәндә
Ҡулымды яраланым,
Нисек тамырҙы сапманым,
Хоҙайым араланы.
Дуҫ түгелдәр аңдып тора
Әллә ҡай араларҙа,
Тәнемде яраламайҙар,
Йәнемде яралайҙар.
Йәрәхәттең төрлөһө бар,
Шуныһы сәйер икән:
Үҙең тәнде яралайһың,
Дошманың — йәнде икән.
Тәндәгеһе еңелерәк,
Йүнәлә арыуыраҡ.
Йәндәгеһе — хәтәрерәк,
Дауалау ауырыраҡ.
Ҡулдағы яра уңалды —
Хоҙайым араланы...
Алып китһә,
алып китер
Йөрәгем яралары,
Йәндәге яраларым.