***
Ниндәй сифаттарҙан тыуа дуҫлыҡ? —
Йәштәш, юлдаш, серҙәш булыуҙанмы,
Дуҫтың әйткән һәр бер фекеренә
Ҡаршылашмай ҡулың ҡуйыуҙанмы?
Нимә менән үлсәнә ул дуҫлыҡ? —
Бер-береңдең күңелен һаҡлау менән,
Һәр аҙымда дуҫҡа ҡалҡан булып,
Нахаҡ һүҙҙән, үстән яҡлау менән?
Һыналалыр дуҫлыҡ
Хаҡлыҡ өсөн
Тыуған ғәҙел көрәш, бәхәстә лә.
Һәм үлсәнә —
Тоғро ҡалыу менән
Иң хәл иткес изге сәғәттә лә.