***

Һил тәбиғәт. Тауҙар. Урман. Аҡлан.
Йылға буйы. Ерек. Ҡайындар.
Өйөр йылҡы. Айғыр. Көтөүселәр.
Ябағыһын ҡойған ҡолондар.

Тәгәрмәс өй. Ҡыуыш. Имән өҫтәл.
Касаларҙа — һаумал йәш ҡымыҙ.
Табаҡтарҙа — икмәк. Кәрәҙле бал.
Усаҡ. Ҡымыҙсылар. Мин. Ҡыҙым...

Йәш замана иренендә — ҡымыҙ
Мәңгелектең шиңмәҫ билдәһе.
Был гүзәллек, һаҡлай алһаң, ҡыҙым,
Ғүмер-ғүмер шулай килмәле...