***

Һағышыңды минән йәшерһәң дә,
Күҙең әйтеп тора көҙгөләй.
Беләм инде, ҡайғың ташып бара –
Тәҙрәләрҙә, ана, көҙ илай…

Бүлмәң балҡып киткән,
Бола бөткән,
Ҡараңғылыҡ ҡасҡан мөйөшкә.
Күңелдәрең бөгөн күтәренке –
Шашып ялҡын бейей мейестә.