****

Ҡышҡы юл тын.
Ҡар урала
Аяҡтарға.
Юл ярамын,
Юлдаш итеп,
Маяҡтарҙы.

Һауалары
Ниндәй бейек
Аҡ даламдың!
Шул сафлыҡты
Күрмәүсегә
Таң ҡаламын.

Аҡлығыңды алам, далам,
Күңелемә.
Ҡарайһаң да
Тик юҡ самам
Төңөлөргә…

Юлым алыҫ,
Маҡсат яҡын –
Йөрәгемдә.
Осам һағыш ҡанатында
Һөйгәнемә!..