***

Ҡош телендәй генә яҙыу ебәр,
Ара яҡын тиеп тормасы.
Ара яҡын булыу менәнме ни?! –
Арттан яттар ҡарап торғастын…

Ҡош телендәй генә яҙыу ебәр,
Йөрәгеңдең һал да йылыһын.
Ул яҙ алып килер ҡошсоҡ булыр,
Ә яттарҙың күңеле ҡыйылыр.