Зәйнулла әүлиә

Офоҡта алһыу таң ҡағына,
Ҡот ҡуна Ирәмәл ташына.
Уйҙарым алыҫҡа талпына –
Зәйнулла Рәсүли ҡашына.

Ә Шәйех бер бында ғынамы?
Замандар аҙмы ни һынаны?
Ишандың илаһи һынына
Ышандыҡ һәр даим һулауҙа.

Ул бер аҙ юғалып торғайны,
Илдә бит коммуна тыуғайны.
Ерҙе ул ҡан менән йыуғайны,
Аңға ла дан, ҡурҡыу тулғайны.

Милләтем! Һинме был талсыҡҡан,
Иманға, иреккә зарыҡҡан?
Шараптан башҡынаң шаңҡыған,
Зиһенең ҡоҙоҡтай һайыҡҡан...
Ғафиллыҡ сиренән арынһаң,
Гонаһмы, ҡиблаға табынһаң?
Ғорурлыҡ, аҡ ғилем, сәм менән
Донъяға ҡабатлап танылһаң?

Күңелебеҙ иманға боролған,
Һут һурған, ҡот ҡунған тупраҡтай.
Иманлы иртәләр атҡандай,
Әүлиә яңынан ҡайтҡандай...

2008.