Әҙәбиәт йылы

Тарих ыҙанының һәр мәлендә
Булған һағыш йылы, зар йылы.
Халҡым хәтерендә йот йылы ла
Бәйет булып осҡан, йыр булып.

Ташҡайҙарға соҡолғанда ҡарғыш –
Ер битенә ятҡан һыр юлы.
Далаһындай иркен күңелендә
Ҡобайыры ҡалған уйылып...

Дала ҡаплап алған аҡ ҡылғандан –
Аҡ ниәттән атлай шиғриәт,
Илебеҙҙә – Әҙәбиәт йылы,
Күңелебеҙгә хужа – рухиәт.

Һәр кем күңелендә илаһилыҡ,
Майҙандарҙа – китап баҙары.
Шиғри наҙҙан,
Тере шишмә ише,
Зиһендәрең ҡала таҙарып.

Кеше тойһон үҙен фәрештәләй,
Ҡулдарына китап алғанда;
Кеше асһын үҙен пәйғәмбәрҙәй,
Китап менән яңғыҙ ҡалғанда.

Шиғыр ҙа бит тыуа тик аулаҡта,
Ер ҡуйынында шытҡан орлоҡтай.
Шиғри асыш – сихри табыш кеүек,
Ҡарамай ул дәүмәл-ҙурлыҡҡа.

Бар икән – бар шиғыр,
Юҡ икән – юҡ,
Тамырыңда аҡҡан ҡаныңдай,
Усағыңды дөрләтер куҙ-уттай,
Асҡа һонған ризыҡ, наныңдай.

Халҡымдың сал өмөт-хыялдары
Шүлгән таштарында тутланған.
Ҡобайыры, йыры, ҡурай моңо
Урал тупрағынан һут алған.
Беҙ – зауыҡлы халыҡ.
Шул ҡанунды
Алайыҡсы йәнгә иш итеп.
Йырҙы-моңдо,
Шиғри һүҙҙе сабый
Бишектән үк үҫһен ишетеп!
Бишектән үк үҫһен ишетеп...

19.02.2015.