Заводтағы яҙыу

Бына завод.
Гөлтләп тора уттар.
Аҡ халатта цехҡа үтәбеҙ.
Көтөлмәгән яҙыу ҡаршы ала:
«Хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен һаҡла!
Атай! Һине өйҙә көтәбеҙ!..»

Тетрәп киттем ошо иҫкәртеүҙән,
Унан бигерәк — бала теленән.
«Атай!..» — Минең балам ҡысҡырҙымы,
Тауышынан бәғер теленә.

“Беҙ бит һине өйҙә көтәбеҙ!..” — тип,
Төбәп өмөт тулы күҙҙәрен,
Оҙатып ҡала
Һинең,
Минең балам...
Иҫтә тора нурлы йөҙҙәре.

Ябай яҙыу —
Рәсми бер күрһәтмә...
Ә тауышы сыға йөрәктән.
Унда һыйған күпме кешелеклек,
Күпме хәстәр, изге теләктәр...

Бер ни ҙә юҡ ерҙә аптырарлыҡ,
Барыһы асыҡ, тинем, һөйөндөм...
Ә бер яҙыу
Бала теле менән
Өндәшкәйне —
Ниңә бөгөлдөм?..

Ракеталар шомло әҙер тора—
Кнопкаға ғына баҫаһы.
Пульт артында
Ил һиллеген һаҡлай
Кемдең улы,
кемдең атаһы.

Ҡаршы яҡта иһә
Ер яҙмышын
Ҡуйыусыны энә осона
Киҫәтәбеҙ һаман сабыр ғына:
«Һинең дә бит балаң бошона...»

Балалары Ерҙең
Атайҙарға
Өндәшәләр бергә бөтәһе:
«Бер кемгә лә хәүеф килтермәсе!
Атай! Һине өйҙә көтәбеҙ!..»

... Завод цехы.
Тынды ҡыҫып ҡына
Яҙыу эргәһенән үтәбеҙ...
«... Атай! Һине өйҙә көтәбеҙ!..»