Йәйәүле

Йәйәүләп бер сәфәр сығам әле,
Атлағанда һап-һау аяҡтар,
Ил ҡыҙырып бер әйләнәм әле,
Аҙашмамын – юлда маяҡтар…

Ҡушаматы – “Йәйәүле Мәхмүт”тер
Ил гиҙергә әүәҫ кешенең.
Әммә улар, айҡап донъяларҙы,
Йөрөгәндәр күпте төшөнөп!

Туралығы килһә ихласлыҡтан,
Ихласлығы булыр әҙәптән.
(Әҙәпленең күңел йомшаҡлығын
Ҡыйырһытҡан күпме әҙәмдәр!..)

Һеңдергән ул йомшаҡ күңеленә
Ил тарихын,
Хәл-йүн һорашып.
Һутлы тупраҡ кеүек шул күңелдән
Шытып сыҡҡан халыҡ ҡарашы.

Күңелдәрҙән ташып күңелдәргә
Изгелек һәм хаҡлыҡ орлоғон,
Йорт-ер хәлен мирға еткергәндәр,
Ауғанда ла астан борлоғоп.

Һәм күргәндәр:
Күҙ алдында итеп
Фәҡирҙәрҙең яҡты яҙмышын,
Йыр-моң менән өмөт ҡабыҙғандар,
Килтергәндәй ҡоштар яҙ башын…

Бөтә йәйәүле лә Мәхмүт булмай,
Йәйәүлеләр, әммә йырлылар.
Йыры менән улар бәхетлеләр,
Ниәттәре менән нурлылар!

Йәйәүләп бер сәфәр сығам әле,
Атлағанда талмаҫ аяҡтар,
Ҡаҡҡан саҡта илһам ҡанаттарым,
Саҡырғанда алыҫ маяҡтар…

Йәйәүләп бер сәфәр сығам әле!