Йылытығыҙ йәндәрҙе!

Йөрәгемде йылыталар,
Өшөгәнме йөрәгем?
Өшөгән йөрәгем менән
Ҡалды кемгә кәрәгем?..

Замананың, һулҡып-һулҡып,
Елдәре өрә генә,
Үтә ҡыҫҡа тулҡын менән
Үтәләр йөрәгемә.

Тулҡын менән һүндерәләр
Янып барған йөрәкте,
Ялҡын менән иретәләр
Туңып ҡалған йөрәкте.

Былай ҙа бит замананың
Ҡағып тора елдәре,
Яғып үтә йөрәгемә
Ағыу, һөрөм эҙҙәрен...

Йөрәгемде йылыталар,
Әллә мин туң йөрәкме?
Минең генә йөрәктеме
Йылытырға кәрәкме?
Йылытырға кәрәктер ул
Туңған-ҡатҡан ҡарттарҙы,
Пенсияһын ала алмай
Интеккән күп астарҙы;
Ғүмерҙәрен аяп тормай
Ил һаҡлаған салдарҙың
Йылытығыҙ йөрәктәрен,
Иретегеҙ йәндәрен,
Уятығыҙ өмөттәрен,
Яҡтыртығыҙ көндәрен!..

Йөрәгемде йылыталар...
Әллә мин туң йөрәкле?
Минең генә йөрәгемде
Йылытырға кәрәкме?...

1997.