Йылыһынан Һеҙҙең йөрәктәрҙең

Йылыһынан
Һеҙҙең йөрәктәрҙең
Йылы алып ерҙә йәшәйем.
«Кеше менән бергә йәшә, балам!..» -
Тип өйрәтте йәштән әсәйем.

Яҡтыһынан
Һеҙҙең йөрәктәрҙең
Йөрәгемә алам яҡтылыҡ.
Йәшен уты кеүек ул көйҙөрөр,
Ҡунһа миңә әгәр ят ҡылыҡ.

Халҡым!
Һинең күңел хазинаңдан
Мин моң алам көн дә йөрәккә.
«Кеше менән бергә йәшә, балам!..» -
Әсәй мине шулай өйрәткән.