Йылы ямғыр

Йылы ямғыр, тымыҡ ямғыр,
Көтөлгән ҡотло ямғыр,
Күкрәмәй генә килдең дә
Күгемде ҡаплап яуҙың.

Күгемде ҡаплап, төн буйы
Түктең көмөш йәшеңде,
Улар, гүйә, күңелемә
Орлоҡ булып сәселде.

Орлоҡтарҙан шытып сыҡты
Мөхәббәтебеҙ гөлө,
Ул ят күҙҙәргә күренмәй—
Йөрәк түрендә йөрөй.

Күкрәмәй генә килдең дә
Күгемде ҡаплап яуҙың,
Йылы ямғыр —
Хисле яуын,
Йөрәктә хәҙер — дауыл,
Йөрәктә уйнай дауыл...