Йылайыр хәтирәһе

Әҙиптәрҙең йомшаҡлығы:

Ҡайҙа барһа — китап эҙләй,

Әйтерһең дә, ҡыҙҙар күҙләй.

Ҡыҫыр яҙҙан наҙҙар эҙләй,

Китап эҙләй — ҡыҙҙар күҙләй...

 

Килеп индек Йылайырҙың

Китап көткән кибетенә.

Буш кәштәләр бөркә туҙан

Йә күҙеңә, йә битеңә.

 

Боронғораҡ булһа китап —

Ҡыҙығыраҡ, мәҙәгерәк.

  • Оһ-һо! Бына был шәп табыш!

Юҡтыр бүтән хәтәрерәк!

 

Тап килһә килә икән дә! —

Китабы ла “Тамсылар”[1] бит.

Ана тышта бейей тамсы,

Аҡман-тоҡман ҡамсылай бит.

 

Утыҙ йылдан ашыу ғүмер

Туҙан йыйып ятҡан китап,

Әллә сихыр, әллә осраҡ —

 Тапты автор үҙе эҙләп.

(Үтмәй ултырған ҡарт ҡыҙҙы

Кейәү килгән кеүек күҙләп!..)

 

  • Оят! — тип бышылдай автор, —

Нисәмә йыл туҙан йыйған!

Ғәрлеге ни тора бит әй!

Популярлыҡ — эт ялаған!..

 

  • Был — Йылайыр, ағай! — тибеҙ,

Юлдыбай йә Матрай түгел.

Килмәһәң, аптырар ине,

Китабың бит көткән түҙем.

 

Тамсы ташты тишә, тиҙәр...

Күңелһеҙ хәл була яҙҙы:

Уны көткән китабынан

Шағир инфаркт ала яҙҙы!

 

  • Китабыңдың яҙмышына

Ҡыуанырға ғына ҡала:

Сәфәреңдә,

Назар ағай,

Йәшлек йырың, наҙ һағалай!..

 

Булыр ине ғәжәйеп хәл,

Әйләндерһә ҡышҡа яҙҙы.

Йылайыр бит — болалы ер...

(Бабич яҙмышын да ҡыйҙы).

 

Бабич менән Назар Нәжми —

Дүртөйлөнөң ике улы,

Думбыраның ике ҡылы,

Уралымдың ике сазы...

Йылайырға тартылғандыр

Яҙмыштары, ижад юлы...

 

Назар ағай — тымыҡ күлдәй...

Өфөгә юл буран яра.

Бабич моңо...

Назар йыры...

“Тамсылар”ҙай йөрәк яра...

 

2004.

 

 

[1]  Назар Нәжми. Тамсылар: Шиғырҙар. - Өфө, 1950. – 128 б.