Йүрүҙәндә

Йүрүҙәндә

 

Йүрүҙәндә ҡуйы томан ята,

Был томандар ҡасан таралыр,

Урал билендәге көмөш билғау

Томан-туттан ҡасан таҙарыр?

 

Йүрүҙәндә ҡуйы томан ята,

Әллә йыһан шулай ҡоторған?

Тейешме ни ерем мәңге шулай

Утта янып, томан йоторға?

 

Йүрүҙәндә генә түгел томан,

Ҡаплаған ул бөтә илемде,

Ҡараңғылыҡ баҫҡан аңыбыҙҙы,

Быуып иркем, көрмәп телемде.

 

Йүрүҙәндә ҡуйы томан  ята.

Был томандар ҡасан таралыр?

Салауаттай батыр ирҙәр илдә

Ҡасан  ғына ҡабат яралыр?

Йүрүҙәндә

генә

түгел

томан...