Йүрүҙән һандуғасы

«Төн буйы тыңланым моңон

Һандуғас ҡоштоң...»

Салауат Юлаев.

 

Әй, һандуғас!

Йәнде өҙәһең дә

Аҡ ҡайынлы Урал таңында...

Һине лә бит ил батыры тыңлап,

Хайран ҡалыр булған моңоңдан.

 

Уның ҡара төнөн нурлағанһың,

Йыуатҡанһың йәнен бер аҙға,

Ҡайғы-һағыш илде сорнағанда

Батыр нисек моңға сарсаған!..

 

Рогервикта  сынйыр  бығау  һөйрәп,

Таш  аҡтарып  диңгеҙ  ярында,

Аяҡ-ҡулы  ҡанға  туҙғанда ла

Уйы булған халҡы турында...

 

Йүрүҙәндең моңло һандуғасы,

Серҙәш булдың миңә таңғаса,

Эҙләнем мин һине ҡайынлыҡта,

Аяҡтарым арып-талғансы...

 

Ҡайһы бәхетле ҡош

Ил улына

Ярһып-шашып төнөн һайраған?!

Салауатты халҡы һаҡлағандай,

Һандуғас та моңдо һаҡлаған...

1989.