Әйүп бәйете

 

Әйүп ҡустым, һин изге бер

йән инең,

Ауылыңда нур һибер бер

йәм инең,

Күңелең саф, һүҙең ихлас

булғанға

Аяҡ өҫтө янып торған

шәм инең.

Аяҡ өҫтө янып торған

нур инең,

Ғәрифәңә тоғро инсан

ир инең,

Йөрәгеңдә ил тойғоһо

булғанға

Мир эшенә тәүҙә барам

тир инең.

Мир эшенә күндәм булды

фиғылың,

Ауырлыҡтан һис ятманың

йығылып,

Ҡыуандыҡ вә Ғәбит  батыр

тоҡомо —

Бик  барманың ҡағылып  йә

һуғылып.

Аҡ өмөттә, хаҡ ниәттә

йәшәнең,

Һөнәр менән, егәр менән

йәшнәнең,

Бер хәйләһеҙ, бер рыяһыҙ

булғанға

Бәйгеләге ярһыу аттай

сәсәнең.

Тормош — бәйге икәнлеген

аңланың,

Атың алға сыҡты — илең

һанланы,

Ғәм алдында ҡәҙер-хөрмәт

ҡаҙанып,

Яҡташтарың ҙур өмөттәр

бағланы.

Байрамда ла, вайранда ла

һыналдың.

Заман быуҙы, һин шунда ла

тын алдың,

Ятҡа – туған, туғаныңа

зат булдың,

Кеше йәнле  кеше булып

танылдың.

Йөктәрҙе лә бик самаһыҙ

күтәрҙең,

Күтәргәнде йөрәк аша

үткәрҙең.

Йәшен һуҡҡан ҡарағайҙай

ҡарайҙың,

Башын монар алған тауҙай

күгәрҙең...

Тауың ҡалды, һине алды

ер-әсә,

Таналығың аға, ярға

нур сәсә,

Ҡырҙарыңда игендәрең

баш ҡоҫа,

Сәскәләрҙән бал тейәгән

ҡорт  күсә...

 

Балаларың тормош тигән

сур кисер,

Ҡатынҡайың нужа тигән

һурпа эсер,

Һин ултыртҡан хозур, ғәзиз

баҡсаңда

Ғүмереңде дауам итер

ҡот үҫер...

1994.