Юлбарыҫ күҙҙәре

(1998 йыл)

Эй, юлбарыҫ!
Дәү бер һары бесәй,
Һин, ахыры, түгел юлбаҫар,
Күҙҙәрең дә моңһоу,
йөҙөң бойоҡ,
Ажарлығыңа ла юҡ баһа.

Хәсрәттәрең ашҡан баштарыңдан
Маңлайыңда күпме йыйырсыҡ,
Һиңәме ни әле ятыр мөҙҙәт —
Һунар итер, ләззәт татыр саҡ.

Ҡараштарың ауыр...
Быуат һымаҡ
Һин дә ойоп, һүнеп бараһың,
Алғанһыңмы үҙеңә әллә ерҙең
Һыҙлауҙарын, барлыҡ яраһын?

Барыһын ярып, асып һалыр инең,
Юҡ шул телең, утлы һүҙҙәрең,
Һәммәһен дә әммә әйтеп тора
Бер хәйләһеҙ, керһеҙ күҙҙәрең!

Күҙҙәреңдең тәрән сөмгөлөнә
Ниндәй серҙәр, шомдар һалғанһың?
Моңһоулығын беҙҙән алғанһыңдыр
Табып булмай унда ялғанды...