Йүкә

Йөгөм ауыр, тип,
Йүткермә, йүкә.
Был бармаҫ күпкә:
Йөрәге өткәнгә
Йәбешкән кеше
һинең төҙ тәнгә...

Һынмасы, ағас,
Ауырлыҡ һалғас
Лаяҡыл кеше,
Бындай хәлендә
Һин уны йәллә —
Ул мәхлүк ише.

Һәр бер ағасҡа
Тамғаһын һалған
Урам этенән
Түгел һис артыҡ
Ошо бәндә лә...
Түҙсе, үтенәм!..

Көрһөнмә, йүкә,
Белдереп үпкә
Әҙәм затына.
Күтәр сырхауҙы,
Үткәр хурлауҙы
Йәшәү хаҡына.