Юғалтыу

 

Валентина Гагаринаға

 

Кеше бөтә йәшәү дәүерендә

Юғалтыуҙар аша юл яра.

Килер быуын өсөн киткәндәрҙән

Мәңге һүнмәҫ маяҡ-ут яна.

 

Юғалтыуҙарҙың да аянысын,

Иң әсеһен татый һөйгәндәр;

Үҙ ғазабы өсөн генә түгел,

Ил ҡазаһы өсөн көйгәндәр.

 

Шул һөйгәндәр ҡала уттар йотоп,

Йөрәктәрҙе булмай аралап...

Мөхәббәте елә, гүйә, болан —

Ҡаны һарҡый әрнеп яранан.

 

Яза

 

Бынан да ҙур яза белмәйем мин:

Ситләшһә һәр кеше үҙеңдән,

Һине тоймаһалар,

Тапмаһалар

Йәшәү сағылышын күҙеңдән,

О, был яза ауыр үлемдән!..

 

Ни йәме бар ундай йәшәү-йүндең:

Эш эшләнең — кеше күрмәне,

Йоҡоң ҡасыр, төнөн сирләрһең.

Күңел тапмаҫ йырлар йырҙарын,

Ҡан һауғандай йөрәк һыҙланыр...

 

Төңөлгәндәй йәшәү-йүнеңдән —

О, был яза ауыр үлемдән!..