Йәшәү

 

Булат Рафиҡовтың

яҡты иҫтәлегенә.

 

Тарих йомоп, йоҡлай убаларың,

Һәр береһе — үҙе бер әҫәр.

Ил кисергән

Һинең йырҙар аша

Беҙҙең менән әле күп йәшәр.

 

Арҡаларҙан иҫә үр елдәре,

Ул елдәрҙә — тир һәм ҡан еҫе,

Быуат-быуат илде аһ-зар иҙгән,

Ҡылғандарға күскән сал төҫө.

 

Ятаһың һин нурлап тау битләүен,

Тарих менән инеп бәхәскә,

Был — яратҡан һинең шөғөл булды,

Күнегергә түгел был хискә.

 

Ә беҙ иһә...

Көтөлмәгән ҡотолғоһоҙлоҡтан

Шаңҡыныҡ та

ҡалдыҡ күшегеп.

Онотмабыҙ ҙа бит...

Әммә күңел

Күнегә алмай көтә тешегеп...

 

Заманында (арабыҙҙа саҡта)

Ҡайтарғайның Ҡараһаҡалды,

Аҡһаҡаллығыңа инандырып,

Өҫтөн булып ҡара аҡылдан.

 

Туғанһың һин хәҙер сағылдарға,

Ҡылғандарға,

моңло ҡурайға...

Йондоҙҙарҙан сихри нурҙар яуһа,

Уйҙар һиңә ҡайта урай ҙа.

 

Ғәйрәт алып Йыһан һулышынан,

Уйың йәшәй, йәнең көрәшә.

Аңлағайның:

Йыһан түгел, әҙәм

Серенә лә етмәй бер йәшәү.

 

Юғалтмабыҙ һине,

аҡһаҡал, бел,

Сал далаңдан эҙләп табырбыҙ,

Ап-аҡ ҡәбер ташың

ҡара төндә

Шәмдәй яныуынан танырбыҙ...

 

Ятаһың һин олпат — әүлиәләй,

Далаң серен тыңлап, тын ғына.

Үр елдәре килеп ҡурай һыҙа,

Көйҙәрендә — һағыш, моң ғына...

1999.