Бурай ҙа ғына бурай ҡарҙар яуа,
Күшекмәйме болан балаһы...
(Халыҡ йырынан)
Йәшел урман. Ап-аҡ ҡайындар,
Сафлыҡ күҙе ҡайын һайын бар.
Йәне барға — әҙер дауаһы,
Йомарт урман бәйләр яраһын...
Йәшел урман. Хәтфә болондар.
Болондарҙа утлай боландар.
Боландарҙа бер аҙ хафа бар,
Биҙрәгәндәр ҡаза-афәттән.
Инә болан ҡалған һағышҡа,
Күҙ йәштәре тама ҡурғаштай.
Татыу икән болан өйөрө,
Ҡалдырмайҙар ситтә бер-берен.
Инә болан ялай балаһын,
Балаһының йәне яралы.
Урман йәшел. Йәшел болон да.
Сафлыҡ күҙе — йәп-йәш боланда.
Болан күҙен һағыш ҡаплаһа,
Дауаларын ҡайҙан табаһы?
Ҡарҙан ғына түгел,
Күҙ йәштән
Күшекмәһен болан балаһы...