Йәп-йәш егет менән
йәп-йәш бер ҡыҙ
бер ҡайғыһыҙ атлап баралар,
Бергә булғанына һөйөнөшөп,
бер-беренә тығыҙ һыйынышып,
берен-бере наҙлап алалар.
Һеҙҙең мөхәббәттән
Төн яҡтырһын,
Ер йәмләнһен,
Донъя кинәнһен.
Көнләшмәйем,
әммә ошо мәлдә —
Йөрәгегеҙ шашып типкән хәлдә —
Бәхетлерәкһегеҙ минән һеҙ.