Ҡайынлыҡта йөрөй йөҙйәшәр ҡарт,
Ағастарҙың һыйпап аҡ туҙын.
Йәш ҡайындар уны ымһындыра,
Ылыҡтыра әйҙәп, ҡул һуҙып...
Ҡайындарҙың бөгөн хәбәре күп,
Ҡартҡа серҙе ихлас сисәләр:
Яҙһылыуҙың туйы бара икән,
Шарап эсә улар кисәнән...
Ҡарт көрһөндө:
«Һылыу ҡорҙаштарым,
Килмәй ҡалған сағым булманы;
Күпме күрҙем бирнә туйығыҙҙы,
Тәүге тапҡыр — быйыл — һуңланым.
Ярты ғүмер үтте эйәрҙә, йә —
Хаҡлыҡ өсөн ерҙә даулашып,
Яуҙарыңда, тормош,
Еңеүсең — мин,
Туй-бәйгеңдә һалдың аунатып...
Эх, ҡайындар,
Һеҙҙең туй бейеүен
Инде күрмәм, тормам шаҡ ҡатып,
Тәбиғәт-ҡарт йыл да бер ҡыҙына
Туй үткәрер, донъя шаулатып...»
Ҡайынлыҡта йөрөп, йөҙйәшәр ҡарт
Мауығып киткән, киткән бер яры.
Ҡайындарҙан ел-һиҫкәнеү үтте:
«Туҡтап ҡуйыр, бармаҫ юл ярып...»