Синоптиктар билдәләүенсә,
5 октябрь йонсоу көндәр иҫәбендә.
Йонсоу көнгә тура килдек – йонсоуға,
Баҫым арта, ауыр тын да алыуға,
Башта – томан, тартып тора ойоуға,
Йөрәк һуға – яҡын туҡтап ҡалыуға.
Йонсоу көнгә тура килдек – йонсоуға,
Бирешмәҫкә тырышабыҙ – йән сыға.
Һауа түгел, заманыбыҙ йән һыға,
Арабыҙҙан берәм-берәм йән һура.
Йонсоу мәлгә тура килдек – йонсоуға,
Балыҡ ҡына түгел – халыҡ тонсоға.
Айырма бар: беҙҙә йәндәр йәнселә,
Ҡаф тауҙары ана ҡанға мансыла.
Йондоҙнамә,
Йүн эҙләмәм сереңдән,
Көн йонсоуын һелкеп түгәм күңелдән,
Ҡалған көндәр, беләм, булмаҫ еңелдән,
Әммә тәңрем өлөшөнән төңөлмәм.
Йонсоу көнгә тура килдек – йонсоуға,
Йонсоуҙа ла ҡояш сыға, көн тыуа.
Күнегәһе түгел йәнде борсоуға,
Бары шиғыр ҡалғанда ла һыуһынға.
Ауыр тәүлек...
Йоҡлай алмай төн сығам,
Магнит дауылында сәсәп-тонсоғам.
Афәттәрҙән әҙәм тамам йонсоған,
Уйға батам....
Бәлки, берәй йүн сығыр...