Йондоҙ шартлауы

Меңәр йылдар үткәс килеп етә
Алыҫ йондоҙҙарҙың тауышы,
Ерҙә күпме заман алышынған,
Күпме ғүмер киткән ауышып...

Уй етмәҫлек алыҫлыҡта торған
Икс йондоҙоноң шартлауы
Кешеләрҙе борсой, уйға һала,
Күк көмбәҙе, гүйә, сатнаны.

Беҙҙең ваҡлыҡтарға килеп инә
Алыҫ йондоҙҙарҙың тауышы.
Бәлки, берәй ваҡыт
Кеше заты
Йондоҙ ҡыҙы менән ҡауышыр...

Әммә бөгөн йондоҙ шартлауынан
Хәүефлерәк әҙәм тауышы:
Ҡулын һонған күпме астар зары,
Тол ҡатындар, етем һағышы...