Йондоҙ һөйөүе

1

Һинең менән минең
күктә янған
Йондоҙҙарыбыҙҙың араһын —
Осһаҡ әгәр бер-беребеҙгә ҡаршы-
Миллион йылдар осоп бараһы.

Арабыҙҙа миллион йылдар ята,
Хистәребеҙ оса талпынып.
Юлдарында өтә киң йыһандың
Дауылдары, һағыш ялҡыны...

2

Бына беҙҙең ҡуш йондоҙҙарыбыҙ
Икеһе ике яҡтан атылып,
Яңғыҙлыҡтан зар-интизар булып,
Асман һалҡынынан арынып,
Ап-аҡ эҙ ҡалдырып,
Ергә төштө —
Ярһып аҡҡан йылға буйына,
Ай-һылыуҡай келәм йәйгән ярға —
Яныр өсөн һөйөү утында.

Мәңгелектең илаһи был мәле
Туҡтап ҡалды ике һын булып.
Аҡмайынса шаян тулҡындар ҙа
Сайҡалышты көмөш нур тулып.

Эй мәңгелек! —
Быуат-быуат торған
Урман, ҡая, тауҙар, был йылға...
Эй гүзәллек! —
Улар йондоҙҙарға
Һоҡланалар ихлас, тын ғына.
Беҙ шаһиты ошо инсафлыҡтың,
Йондоҙ һөйөүенең шаһиты.
Был бәхетле мәлдә
Һәр кем үҙен
Тоя шаһинә йә шаһ итеп.

Күрмәҫ инек ошо гүзәллекте,
Кисә әгәр ҡуйһаҡ йән биреп.
Ҡабатланмаҫ был мәл һис ҡасан да,
Алды уны, алды мәңгелек...

3

Арабыҙҙа миллион йылдар ята,
Ҡаты икән Ваҡыт ағымы.
Яҙмышына ҡаршы барғандарҙың
Ауыр икән һәр бер аҙымы!

Йондоҙ менән
Йондоҙ осрашҡандай,
Упҡын аша осор йәнебеҙ.
Тик йондоҙҙар ергә төшкәндәге
Онотолмаһын айлы төнөбөҙ.