Йән эйәһе

Бер йән эйәһенең йәнен ҡыйҙым,
Минең юлға ҡаршы килгәндә.
Мин ҡыймаһам әгәр уның йәнен,
Ҡаяуҙары тәнгә ингәндәй.
Ҡурҡҡанға бит һәр саҡ ҡуш күренә...
Ул да, имеш, килә ҡан һорап.
Йә ағыуын сәсер, үҙен һаҡлап...
Хәҙер ята ана ҡанһырап.
Кисер, кескәй генә Йән эйәһе,
Яҙыҡ алдым – миңә тамуғы.
“Йә ул һине иҙә, йә һин – уны...” –
Ерҙә шундай йәшәү ҡануны.
1998.