Йәмиләкәй

Йәмиләкәй йәмкә менән ҡыҫып,
Ипкен һипкән уттан ҡуҙ ала.
Ҡуҙҙарын ул самауырға һалмай,
Йөрәгемә, гүйә, ут һала.
Йәмиләкәй йәмкә менән ҡыҫып,
Тандыр янған уттан ҡуҙ ала.
Бер һирпелеп өтөп алыуынан
Йөрәгемдә янғын ҡуҙғала…
Йәмиләкәй ҡуҙҙар алған саҡта,
Ҡуҙҙай яна муйыл күҙҙәре.
Ҡуҙ булһамсы мин дә шул ҡулдарҙа –
Балҡытырға ғүмер үрҙәрен.
Йәмиләкәй йәмкә менән ҡыҫып,
Ләүкеп янған уттан ҡуҙ ала…
Бер һирпелеп ҡарап алыуынан
Йөрәгемә һүнмәҫ ут һала!