“Яҙмыш” тигән һүҙҙе иң беренсе
Яҙып ҡуйҙым ҡуйын дәфтәренә.
Әйҙә ул һүҙ орлоҡ булып ятһын,
Унан шытһын изге хәстәр генә.
Яҙмыш...
Ысындан да, унан башҡа
Аҡҡан кеүек йылға ла ярҙарһыҙ,
Яҙған кеүек кеше мәрхәмәттән,
Тороп ҡалған һымаҡ бер ярҙамһыҙ.
Уҙмыш –
Ул бит асыл булмыш инде,
Яҙмыш ғүмер тигән сәм араны.
Изгелектәр ҡылып, рәхмәт алғыш,
Ҡарғыштарҙы ҡырғараҡ атаһы...
2002.