Яҙғы төн

Яҙғы төн. Урамдар тып-тыныс.
Баҡсала – ҡыҙ-ҡырҡын ятағы.
Тәҙрәлә моңайған ҡыҙыйҙың
Ҡаршына килә гел атлағым.

Ҡаршына килергә, әйтергә,
Ниңәлер, телем бер һүҙ тапмай.
Ҡыҙ мине һиҙмәмеш, белмәмеш,
Күрмәмеш – бер һирпеп күҙ атмай.

Яҙғы төн. Ҡайындар һут һура.
Ер тишеп уяна бүтәгә…
Тәҙрәлә – экранда – ҡыҙ һыны
Күренә үтәнән-үтәгә.

Ҡыҙыҡай моңая төн буйы,
Ишетә йондоҙҙар күскәнен.
Һәм тоя йөрәге типкәндәй,
Ҡайындың ерҙән һут эскәнен;
Бары тик ишетмәй ҡаршында
Бер егет ут-ялҡын кискәнен…

Яҙғы төн. Урамдар тып-тыныс.
Һут һура ҡайындар моңланып.
Яҙ һайын
шар асыҡ тәҙрәлә
Ҡыҙ йырын килә гел тыңлағым…