Яҙғы ҡояш ҡышҡы йокоһонан...

Яҙғы ҡояш ҡышҡы йокоһонан
Бөжәктәрҙе бик тиҙ уятты,
Баштарынан һыйпап батырайтты
Ҡар аҫтынан сыҡҡан ҡыяҡты.

Һаумы, Ҡояш, һаумы, илаһи көс! –
Барлыҡ тереклектең аллаһы.
Әҙәм балалары шул алланың
Ҡәҙерҙәрен белһен, аңлаһын...