Яҙғы һүрәт

Боҙҙар менән алышып өҙгөләнгән
Ағиҙелдең текә ярҙары,
Ауыр һулап, бер мәл тынып ҡалды,
Ҡайтарғандай хәтәр яуҙарҙы.

Ҡойондороп үтте аҡ ямғырҙар,
Таҙарттылар ерҙе йәшендәр,
Быуҙар бөркөп ята түмәләстәр,
Мунса төшөп сыҡҡан кешеләй.

Ҡыя баҫып төшә йәш ҡайындар,
Тыйнаҡ килен кеүек йәшенеп...
Бөгөн таңда улар биләндәргә
Йәйгән яңы балаҫ — йәшеллек.

Ғиффәтлек тә,
Миҙәтлек тә аңҡый
Һәр япраҡтан, һәр бер ҡыяҡтан,
Уралтауҙа мәғрур ҡоралайҙар
Алтын-көмөш ҡоя тояҡтан...

Ерем,
Һыуым,
Һауам шундай гүзәл,
Күтәренке!..—
Түгел танырлыҡ...
Мин үҙем дә — егет —бөгөн таңдан
Кисерәмен бөтмәҫ яңырыу —
Дәрттәремдән дөрләп янырлыҡ!..