Яҙ
Ер
ҡарҙан
бик оҙаҡ асыла.
Ҡыш уҫал.
Яҙ ҙа бик шашына.
Бысраҡты сәсрәтеп
атлай Яҙ.
Донъяны тапламай
атмай наҙ.
Кеше лә
шундай
үҙ холҡонда –
Асылын
табалыр
һыҙланып.
Ҡулынан
көмөш моң
тамғансы
Йөрәге туңалыр боҙланып...
2008.